+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Апрель 2019, 14:45

Телевидение яңы этапҡа аяҡ баҫа

Республика халҡы бөгөндән үк бушлай юғары сифатлы 20 федераль телеканалды ҡарай ала. Әгәр һеҙ телесигналды тышҡы антеннанан йәки бүлмә антеннаһынан ҡарайһығыҙ икән, 3 июндән федераль каналдар әүәлгесә күрһәтмәйәсәк.

Мәҫәлән, “Рәсәй” йәки НТВ каналы урынында ҡара экран торасаҡ. Шуға күрә алдан уҡ һанлы телевидениеға күсеү сараһын күрегеҙ. Бында өйҙәге техниканың торошо ҙур роль уйнай. Телетапшырыуҙарҙы кабель телевидениеһы, спутник антеннаһы, IP-телевидениеһы аша ҡарағандар өсөн үҙгәрештәр булмаясаҡ. 2013 йылдан һуң етештерелгән заманса телевизоры булған кешеләргә дециметр диапазонлы антеннаға эйә булыу етә. Уның шәхси, коллектив, тышҡа йәки бүлмәгә ҡуйыла торған төрҙәренең барыһы ла ярай. Ә инде 2013 йылға тиклем сығарылған телевизор эйәләренә антенна һәм һанлы приставка алырға кәрәк. Приставка электроника магазиндарында һатыла, хаҡы яҡынса 900-1100 һум. Красноусолда уны “Алтын башаҡ” магазиндарында (Красноусол ауылы, Ленин урамы, 14/1, К.Маркс урамы,12), “Марат” (Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 6) магазиндарында һәм Рәсәй Почтаһы бүлексәһендә (Красноусол ауылы, Коммунистик урамы, 10) алырға мөмкин. Ошо шарттарҙы үтәп, телевизорығыҙҙы көйләһәгеҙ, 20 телеканал һәм, шуға өҫтәп, беҙҙең Башҡортостан юлдаш телеканалын ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡһығыҙ.

Бөгөнгө көнгә район территорияһында бер нисә ауыл биләмәһе һанлы телевизион сигнал ҡабул итмәй. Тап шул ауылдарҙа антенналар ҡуйыу эштәре әүҙем бара. Әлеге ваҡытҡа Толпар ауылында – 6, Ташбүкән ауыл биләмәһендә - 7, Мәндем ауылында 7 антенна ҡуйылған. Һанлы телевизион сигнал ҡабул ителмәгән ауылдарҙа йәшәгән халыҡҡа, әгәр ҙә ул льготалы граждандар категорияһына ҡараһа, бушлай антенна ҡуйыла. Аҙ тәьмин ителгәндәр исемлегенә пенсияһына федераль социаль өҫтәп түләүҙәр алған кешеләр һәм хаҡлы ялдағылар, балаһына айлыҡ пособие алған аҙ килемле ғаиләләр инә. Был категория граждандарға антенна бушлай ҡуйыла.

Алда әйтеп үткәнебеҙсә, ТВ комплекттарын ҡуйыу дауам итә. Льготниктарға, әгәр ҙә быға тиклем ғариза яҙмаған булһалар, тиҙ арала быны эшләргә кәңәш ителә. Бының өсөн үҙе йәшәгән ауыл биләмәһе хакимиәтенә мөрәжәғәт итеү ҙә етә. Ә һанлы телевизион сигнал ҡабул иткән территорияла йәшәгән льготалы категорияға ҡараған граждандарға үҙ аллы приставка алған осраҡта, ғаиләгә 1 мең һум аҡсалата компенсация ҡаралған. Уны юллар өсөн Күп функциялы үҙәккә (Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2 а), приставка алғанын дәлилләгән документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Районда халыҡ араһында аңлатыу эштәренә өлкән класс уҡыусылары (8,10-сы кластар) – ирекмәндәр йәлеп ителде. Алдан уҡыуҙар үткән 130 ирекмән яҙғы каникул ваҡытында халыҡҡа мәғлүмәт биреп, ҡоролмаларҙы көйләүҙә һәм тейешле документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәтте.

Шәрифә Миңнебай ҡыҙы Ҡотлоәхмәтова, Толпар ауылы:

- Мин күптән хаҡлы ялдамын. Шуға ла льготалы граждандар категорияһына эләгеп, 20 канал ҡабул иткән спутник антеннаһын бушлай ҡуялар тигәс, ҡыуанып бөтә алманым. Беҙҙең кеүек халыҡҡа ярҙам итерҙәй программа уйлап тапҡандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ.

Фәлир Вәлиәхмәт улы Ишембәтов, Толпар ауылы:

- Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бушлай спутник антенналары ҡуялар тигән хәбәрҙе ишеткәс, бик ҡыуандыҡ. Беҙ һанлы сигналды ҡабул итмәгән зонала йәшәйбеҙ һәм ошо көндәрҙә беҙгә лә антенна ҡуйып киттеләр. Уны ҡуйған егеттәр бөтәһен дә ентекләп аңлатты, һорауҙарға яуап бирҙе. Түләргә кәрәкмәй, яҡшы сифатлы һәм, иң мөһиме, БСТ каналы бар.

Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, спутник антенналары ҡуйҙырыу өсөн район буйынса 70-тән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Һанлы телевидениеға ҡағылышлы “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны булдырылған. Бөтә ҡыҙыҡһындырған һорауҙар буйынса тәүлек әйләнәһенә эшләгән 8-800-220-20-02 телефонына шылтырата алаһығыҙ. Ғөмүмән, һанлы телевидениеға күсеү мәшәҡәтле эш булмаҫ, һәр кем һорауҙарына ваҡытында тейешле яуап алыр, тип ышанабыҙ.


Читайте нас: