+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Апрель 2019, 19:25

Үҙ ҡыйығың булыу – оло бәхет

Торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса республикала төрлө программалар эшләй. Айырыуса ауылда төпләнеп, үҙ ҡыйыҡтарын булдырыу теләге менән яныусы йәш ғаиләләр өсөн әленән-әле төрлө маҡсатлы программалар ғәмәлгә инә.Шундайҙарҙың береһе – БР Ауыл хужалығы министрлығы йүнәлеше буйынса “2020 йылғы осорға ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” федераль маҡсатлы программаһы халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән уңышлы эшләүен билдәләргә кәрәк. Ул ауылда йәшәүсе аҙ тәьмин ителгән граждандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Был программаға ярашлы, ауылда төпләнгән ғаилә ағзаларының береһе ауыл хужалығы тармағында, йә булмаһа социаль өлкәлә (мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һ.б.) эшләүселәрҙең торлаҡ сертификаты алырға хоҡуҡтары бар. Бер тапҡыр бирелә торған был дәүләт ярҙамы йорт төҙөү, йә булмаһа торлаҡ һатып алыуға йүнәлтелә.

Районыбыҙҙа ғәмәлдәге программаға ҡушылған йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырыла килә. Ошо көндәрҙә 6 ғаилә торлаҡҡа субсидия алыу бәхетенә иреште. Сертификаттарҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов үҙенең эш кабинетында тапшырҙы. Сарала ра-йон хакимиәте башлығының капиталь төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Динар Зәбир улы Ғәлимов, капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Ольга Фаяз ҡыҙы Саттарова ҡатнашты.

- БР Ауыл хужалығы министрлығы йүнәлешендәге был программаға ярашлы бүленгән субсидияларҙың күләме ғаиләләге балалар һанына ҡарап 500 мең һум, 700 мең, 1 миллион һәм миллиондан ашыуыраҡ һум тәшкил итте. Һеҙ сиратта тороп, был бәхетле минуттарҙы көттөгөҙ. Иң мөһиме – дәүләт һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм субсидияларҙы торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөлөшөнә тотоноп, изгелеген күрергә, унда иҫән-һау, шатланып ҡына йәшәргә яҙһын, - тигән теләктәрен еткерҙе Фәнзил Фәйез улы.

Субсидиялар Байымбәт ауы-лынан Әлфәрис Әбүбәкир улы Ҡорманғоловҡа, Красноусолдан Әлфиә Совет ҡыҙы Ефремоваға, Марина Викторовна Трофимоваға йорт төҙөлөшөн теүәлләү, Антоновканан Людмила Викторовна Большаковаға йорт төҙөү өсөн бирелһә, Красноусолдан Маргарита Сергеевна Воробьева менән Елена Флүр ҡыҙы Ғәниева был дәүләт ярҙамын торлаҡ һатып алыуға тотонасаҡ. Сертификатҡа эйә булып, оло шатлыҡ кисереүселәр үҙҙәре лә яуапһыҙ ҡалманы, һәр ҡайһыһы ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.


Читайте нас: