Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Апрель 2019, 13:30

Киләсәкте күҙаллап

12 апрелдә район мәҙәниәт һарайында район башҡорттары ҡоролтайы үтте. Йыйын Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлауҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Уның эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Закир улы Ишкин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары: журналист, яҙыусы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, “Табын ырыуҙары берләшмәһе” йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе Ниязбай Булатбай улы Сәлимов менән БР Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәт кафедраһы доценты Фәнзил Бүләк улы Санъяров, Ғафури табындары ойошмаһының идараһы рәйесе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин, “Красноусол” шифаханаһы директоры Фаяз Харис улы Мәжитов, Тәтешле районы “Табын” ойошмаһы етәксеһе, район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе Насибулла Хәбибулла улы Хөснуллин, районыбыҙ ауылдарынан килгән делегаттар, йәмғеһе 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Башта оло йыйында ҡатнашыусылар “Төньяҡ амурҙары” һәйкәленә сәскәләр һалды. Артабан ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайы фойеһында районыбыҙ оҫталары, ағинәйҙәр әҙерләгән бай йөкмәткеле күргәҙмәне ҡарап, һәләттәрҙең көй-моңдарын тыңлағандан һуң, ҡор үтәсәк тамаша залына үтте. Йыйын ҡурайсылар ансамбле башҡарыуында халҡыбыҙҙың Гимнына әүерелгән мәшһүр “Урал” көйө менән асылды.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов ҡорҙо асып, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе.

- I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылыуға ла сирек быуат ваҡыт уҙып бара. Башҡорт Ҡоролтайҙары, сағыу күренеш булыу менән бер рәттән, халҡыбыҙҙы туплаусы әһәмиәтле саралар булып әүерелде; тап улар башҡорт халҡына яңы быуатҡа, яңы меңйыллыҡҡа ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫырға мөмкинлек бирҙе. Алда торған V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иһә, бынан алдағыларынан айырмалы рәүештә, халҡыбыҙ үҫешенең оҙайлы перспективаһын күҙаллай, - тине Фәнзил Фәйез улы.

- Райондың бөгөнгө хәл-торошона килгәндә, шуны әйтә алам: районда ярайһы уҡ үҫешкән мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт системалары эшләй, физкультура һәм спорт өлкәһендә һиҙелерлек уңыштар бар.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 30 йыл эсендә районыбыҙ сәнәғәт, етештереү өлкәһендә ҙур юғалтыу кисерҙе, бөгөн беҙгә был йәһәттән район данын ҡайтарыу өсөн күп эшләргә тура киләсәк. Урман, башҡа тәбиғи байлыҡтар, урындағы сеймал ресурстары инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеген бирә. Тимәк, күбеһе үҙебеҙҙән тора. Ауыл хужалығында ла күҙгә бәрелеп торған етешһеҙлектәр күп: улар бигерәк тә районыбыҙҙың төньяғында, Табын ырыуы вәкилдәре көн иткән биләмәләрҙә ныҡ таралған. Элек гөрләп эшләгән “Мағаш”, М.Ғафури, Салауат исемендәге, “Еҙем”, “Йондоҙ” колхоздары баҫыуҙары бөтөнләй сәселмәй, ҡуралар, башҡа хужалыҡ объекттары емерелеүе генә етмәй, һуңғы ике йыл эсендә “Ағиҙел” хужалығы ла юҡҡа сығарылған. Емереклектәргә алып килгән процесҡа кәртә ҡуйып, быйыл был яҡтарҙа, юҡ тигәндә 5-6 мең гектар сәсеү майҙанын әйләнешкә индереү бурысы тора. Киләсәктә сәсеү майҙандарын киңәйтеүҙән, кооперативтар ойоштороуҙан, ерҙән табыш алыуҙы арттырыуҙан башҡа юл юҡ беҙгә.

Районыбыҙҙың туризмды үҫтереү йәһәтенән мөмкинлектәре бик ҙур – Аллаһы Тәғәлә беҙгә барыһын да мул биргән. Тик әлегә был мөмкинлектәрҙе беҙ бик түбән кимәлдә файҙаланабыҙ. Билдәле булыуынса, районыбыҙ биләмәһендә, өлөшләтә Белорет районы биләмәһен дә индереп, “Еҙем” тәбиғәт паркы асылды. Унда тейешле инфраструктура булдырып, “Красноусол” шифаханаһы, спорт-туристик лагерь, Сәйетбаба тарихи-мәҙәни үҙәге, музейҙар, район үҙәгендәге ҡунаҡханалар комплексы һәм башҡа ойошмалар мөмкинлектәрен тулыраҡ файҙаланып, бик күпкә өлгәшә алабыҙ. Шуға өҫтәп, районда тау-саңғы спорты базаһын булдырыу, ат спортын үҫтереү кеүек башланғыстарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, бик яҡшы перспективалар күҙаллана.

Беҙҙәге, донъяға билдәле, быйыл 95 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк “Красноусол” шифаханаһы, минераль һыуҙарыбыҙ, геологик “Алтын ҡаҙаҡ”, районыбыҙ брендына әүерелгән “Ғафури балы” кеүек объекттар тыуған төбәгебеҙҙе күптән сит тарафтарҙа танытты. Хәҙер беҙгә районды танытырлыҡ Уҡлығая янында “Мәргән уҡсылар” фестивале кеүек башланғыстар, иҫтә ҡалырлыҡ йөкмәткеле саралар әҙерләп уҙғарыу йәһәтенән дә күп эшләйһе бар. Шулар рәтендә, 2020 йылда “Табын ырыуҙары берлеге”нең “Табынфест” йәштәр фестивален үҙебеҙҙә ҡабул итеү ҙә лайыҡлы урын алыр, тип уйлайым.

Районда кадрҙарҙы маҡсатлы әҙерләү, йәш белгестәргә тейешле эш һәм йәшәү шарттары тыуҙырыу өҫтөндә лә ныҡышмалы эшләйәсәкбеҙ, - тип тамамланы сығышын Ф.Сыңғыҙов.

Артабан төп отчет доклады менән район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов сығыш яһаны (сығыш гәзитебеҙҙең киләһе һанында баҫылып сығасаҡ). Һәм БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтовтың Ҡотлау телеграммаһын уҡып ишеттерҙе.

Фекер алышыуҙарҙы Родина (Ватан) ауылынан Фәүзиә Ҡотлогилдина башланы. Ул телебеҙҙе һаҡлауға баҫым яһаны, тыуғас та балаларыбыҙҙың телен үҙ халҡыбыҙ телендә асайыҡ, туған телендә һөйләшһә генә ул киләсәктә милләтебеҙҙең лайыҡлы шәхесе булып үҫер, тине һәм башҡорт телен үҫтереү бу-йынса ҡатнаш милләтле ауылдарҙағы балалар баҡсаһында башҡорт мөйөштәрен булдырыу, башҡорт телен белгән кадрҙарҙы эшкә алыу, районыбыҙҙа тағы ла бер башҡорт мәктәбен булдырыу тәҡдимен еткерҙе

Район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, шәхси эшҡыуар Хәннән Ишмырҙин милли кадрҙарҙы үҫтереү, Красноусолда өс мәктәптең береһен айырым башҡорт мәктәбе итеп үҙгәртеүҙе мәғариф министрлығынан һорау мәсьәләһен күтәрҙе.

Район Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Рәмзиә Монасипова үҙ эшмәкәрлектәре менән таныштырҙы. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының элекке асылын ҡайтарыу, балаларҙы әңгәмәләшеү юлы менән ҡабул итеү, район өсөн элита - милли кадрҙар әҙерләү мәктәбенә әйләндереү мәсьәләләрен күтәрҙе.

Ғәлинур Ҡалмырҙин үҙ сығышында (гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ) башҡорт халҡы һәм уның теле хаҡында бәйән итте.

Район башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Фаил Байшөгөров үҙенең сығышын хәрби-патриотик эшмәкәрлеккә арнаны, Самат Ғәлиуллин районыбыҙ биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының “Телдәр тураһында”ғы законының үтәлеше хаҡында телмәр тотто.

Ҡоролтай ҡунаҡтары яҡташыбыҙ Ниязбай Сәлимовтың, Фәнзил Санъяровтың, Насибулла Хөснуллиндың сығыштары мәртәбәле һәм фәһемле булды.

-Бөгөнгө ҡорҙоң Башҡортостаны-быҙҙың 100 йыллығын билдәләгән бер мәлдә һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы барған көндө үтеүе икеләтә мәртәбәле. Тарихи дәүерҙә йәшәйбеҙ, ошо мәлдең ҡәҙерен белеп, ғәзиз Башҡортостаныбыҙ, туған телебеҙ өсөн ҡулған килгәндең барыһын да эшләп ҡалырға бурыслыбыҙ. Сөнки ошо төп байлығыбыҙ – башҡорт илен, башҡорт телен үткән быуаттарҙа йәшәгән ата-бабаларыбыҙ беҙгә ҡәҙерле мираҫ, аманат итеп ҡалдырған. Ошо аманатҡа беҙ тоғробоҙмо – ошо хаҡта уйланһаҡ ине. Бөгөн дә башҡорт теле яҙмышы хаҡында күп һөйләнде, ысынлап та, беҙҙең телебеҙҙең яҙмышы ҡыл өҫтөндә, тағы ла бер 30-40 йылдан ниндәй хәлдә булыр икән? ЮНЕСКО мәғлүмәттәре бу-йынса телебеҙ ҡурҡыныс аҫтында ҡалған телдәргә инә. Башҡорт телен, туған телде ғаилә йәшәтә. Тел һәм ил яҙмышы беҙҙең йөрәктәрҙә булырға тейеш, - тине Ниязбай Булатбай улы. - Быларҙың барыһы ла власть өсөн түгел, ә үҙебеҙ, киләсәк быуын өсөн кәрәк. Ошоноң менән йәштәрҙә илгә, ергә, туған телгә һөйөү, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләйбеҙ, - тине ул. 2017 йылдың февралендә “Табын” ырыуҙары вәкилдәренең IV съезы үтеүен һәм бында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа мәртәбәле “Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе” тигән исем бирелеүен билдәләп үтте. 100 йыллыҡ уңайынан Үтәк ауылында май аҙаҡтарында Башҡорт Автономияһына нигеҙ һалған Әхмәтзәки Вәлиди менән уның бабаһы Хәбибназар Әл-Үтәки Һатлыҡовҡа арнап иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйырға уйлашыуҙарын әйтте, шулай уҡ Ерек ауылына ингән урында мөһабәт стела урынлаштырыу мәсьәләһен күтәрҙе. “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 китап” тигән маҡсат менән ауыл һәм мәктәп китапханаларын башҡортса китаптар менән тәьмин итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты етәксеһе Заһир Ишкинға һүҙ бирелеп, ул район-ҡалаларҙа уҙған ҡоролтайҙарҙа ҡатнашыуын, әммә бөгөнгөләй залды шулай матур итеп тултырып, үҙ теләге менән килгән, халҡыбыҙҙың киләсәгенә битараф булмаған делегаттарҙы беренсе тапҡыр күрәм, тип ҙур рәхмәтен белдерҙе. Ҡоролтай рәйесе Данир Ғәйнуллиндың сәләмдәрен еткерҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге, быйылға пландары менән уртаҡлашты. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 28-29 июндә Өфөлә буласағын, тәүге көндә Конгресс-холда пленар өлөш, секция ултырыштары үтеүен, икенсе көндө Ишембай районының йәмле Торатау итәгендә урындарҙа яңы һайланған ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаларының эшлекле ултырышы булы-уын билдәләне. “Айыҡ ауыл” конкурсының тергеҙелеүен һәм старт алыуын билдәләп, бар халыҡҡа еткерергә кәрәклеген, айыҡ тормошто пропагандалауҙа әүҙем ҡатнашайыҡ, тине. Шулай уҡ Заһир Закир улы бер төркөм әүҙемдәргә Бөтә

донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталарын, Рәхмәт хаттарын, “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалдарын тапшырып үтте.

Артабан көн тәртибе буйынса V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайлау булды. Беҙҙең районға дүрт квота бүленгән. Делегаттар итеп 6 кеше: район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, район Советы депутаты Фаил Зәйнетдинов, Ғафури табындары ойошмаһының идара рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, шәхси эшҡыуар, әүҙем йәмәғәтсе Хәннән Ишмырҙин, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһенән Ғафури йәштәре ойошмаһы ағзаһы Илмир Мөхәмәтйәнов, Өфөләге Ғафури йәштәре берлеге ассоциацияһы етәксеһе Рүзилә Юлыҡова, Ташбүкән ауылынан Роза Кәримова тәҡдим ителгәйне. Тәүге дүртәүһе бер тауыштан делегат итеп һайланды.

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының элекке директоры Дәриғәт Рәхимов, Ҡарағай ауылынан Азат Хәбибуллин, Еҙем-Ҡаран ауылынан Рәмил Рәхмәтуллин ҡоролтайға үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына ғариза яҙып, үҙ теләктәре менән киткән өс ағза урынына яңылары (Самат Ғәлиуллин, Фаил Байшөгөров, Рауил Солтанморатов) ҡабул ителде.

Пленар өлөш тамамланғас, ҡоролтайҙың резолюцияһы ҡабул ителде. Мәртәбәле сараның иң һуңғы - тантаналы өлөшө – бүләкләүҙәр булды. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов тиҫтәләп хеҙмәт ветеранын “Башҡортостанға – 100 йыл” юбилей миҙалы һәм хеҙмәт алдынғыларын ра-йон хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов йәмәғәт эштәрендә әүҙем бер нисә кешегә ҡоролтайҙың Рәхмәт хаттарын, район Советының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы. Башҡорттарҙың эшлекле, емешле, рухлы, иҫтә ҡалырлыҡ йыйыны мәҙәниәт һарайы сәнғәт оҫталарының концерты менән тамамланды.


Читайте нас: