+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 18:40

Ғафуриҙар “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушыла!

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда 20 апрелдән 20 майға тиклем ағас ултырту акцияһы уҙа. Республика халҡы, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм ирекмәндәр урман ултыртыуға әүҙем ҡушылды.

“Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!” акцияһы сиктәрендә район үҙәге Красноусолда ла 27 апрель көнө бер нисә сара уҙғарыу ҡарала. Бында бөтәһе 800 төп – 700 шыршы, 100 ҡайын ағасы үҫентеләре ултыртыу планлаштырыла. Улар Красноусолдың “Миләшкәй” балалар баҡсаһы янында, Свердлов урамында һәм Ташлы ауылына киткән боролошта ултыртыласаҡ.
“Ағас ултырт – ғүмер бүләк ит!” акцияһында ҡатнашыусылар өсөн 50 комплект берҙәм форма һатып алынған. Кепкаларҙа һәм футболкаларҙа акцияның раҫланған эмблемаһы төшөрөлгән.
Ағас ултыртыу акцияһы райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтеүе көтөлә.
Читайте нас: