Быйыл да 22 апрелдә Красноусолда В.И.Лениндың тыуыуына 149 йыл тулыу айҡанлы тантаналы митинг булып үтте. Унда район етәкселәре, ветерандар, район коммунистары ҡатнашты. КПРФ-тың район бүлексәһе етәксеһе Фәриҙә Арыҫланова Лениндың тормош юлына, сәйәси эшмәкәрлегенә байҡау яһаны. Бер төркөм әүҙемселәргә китап тапшырҙы. Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов иҫтәлекле көн менән ҡотлап, тарихты белергә, онотмаҫҡа, әммә сәйәси ваҡиғаға ла әүерелдермәҫкә саҡырҙы.