Акцияла Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Зиннур улы Бикбаев, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Марат улы Әхмәҙинуров, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының район бүлексәһе етәксеһе Илдус Ринат улы Йәнешев, активистар, “Йәш гвардия” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе ағзалары һәм етәксеһе Айгөл Йәркәева, хеҙмәт ветерандары, шифахана хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Аллеяға шыршылар ултыртыр алдынан Бөйөк Ватан һуғышының ҡаһарман осоусыһы, Красноусол ауылында тыуып үҫкән Анатолий Горин һәм башҡа яугир яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә арналған митинг үтте. Унда Илдар Бикбаев А.С.Гориндың батырлығы тураһында һөйләне: “1943 йылдың авгусында ул разведка осошонан ҡайтып килгәндә фашист техникаһы һәм фашистарҙың ҙур төркөмөнә юлыға. Ул бөтә булған боекомплектын тотоноп, дошмандың 16 танкын, 53 автомашинаһын һәм бихисап фашисты юҡ итә. Үҙ ғүмерен ҙур ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып ошо ҡыйыу аҙымға бара. Батыр осоусы Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡыҙыл Байраҡ һәм башҡа орден-миҙалдарға, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була”. Шулай уҡ митингыла Рөстәм Әхмәҙинуров, Эльвира Мөлөкова сығыш яһаны. Һуңынан Илдар Зиннур улы бер төркөм активистарға “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан бүлексәһенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Ағас ултыртыуҙа ҡатнашҡан һәр кем яҡынлашып килгән 9 Май - Бөйөк Еңеү көнө тураһындағы уйҙар менән аяуһыҙ һуғышта булған яҡындарын хәтерләне.
Районда акция артабан да дауам итер һәм тағы ла Советтар Союзы Геройҙары исемендәге аллеялар барлыҡҡа килер тип көтөлә.