+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 17:12

Мәңгелек йортобоҙҙо ҡайғыртып...

Бөтә урындарҙа барған өмәләр Сәйетбаба ауылында ла әүҙем уҙғарылып килә. Үткән шәмбелә ауыл ветерандар советы башланғысы менән ауылдың ике зыяратында ла таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре башҡарылған.

Ветерандар советы рәйесе Закир Ишмырҙин әйтеүенсә, халыҡ уларҙы хуплап ҡаршы алған. Өмәгә 115 кеше сыҡҡан. Араларында 90 йәшлек аҡһаҡалдар ҙа, урта быуын кешеләре лә, йәштәр ҙә, бала-сағалар ҙа булған. Ойоштороу эштәрендә Кәбир Мәүлетҡолов, Әсҡәт Латипов, Миңзилә Рәхимова һәм башҡалар ярҙам иткән. Ике яҡ зыяраттар ҙа көҙҙән ҡойолған япраҡтар, ағас ботаҡтарынан таҙартылған, иҫкереп, сереп ултырған буралар һүтеп алынған.

Зыярат эсендәге йорттоң тыш яғы профнастил, эске яғы заманса материалдар менән көпләнгән. Был эштә тырышлыҡ күрһәткән Фәнил Фәхретдинов, Ғәйнулла Аҙнабаев, Рәмил Ғәзизов, Венер Ҡунафин, Марат Мәүлетҡоловҡа, сәскәләр ултыртыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарға, изге эштә әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарға рәхмәтлебеҙ, ти Закир Вәлиулла улы.

- Был өмәләрҙең һуңғыһы булмаҫ, алдағы көндәргә лә ауылыбыҙҙың йөҙөн матурлау, төҙөкләндереү буйынса күп эштәр планлаштырғанбыҙ. Киләһе өмәлә бирге зыяраттың көнсығыш өлөшөн тимер сетка ҡойма менән тотоп бөтөрөргә, буяу эштәрен башҡарырға уйлайбыҙ. Ҡарауыл тауы битләүендә лә таҙартыу, йыйыштырыу эштәрен күҙ уңында тотабыҙ, - тип уй-фекерҙәре менән бүлеште ауыл ветерандар советы рәйесе Закир Вәлиулла улы Ишмырҙин. Барыбыҙ өсөн дә уртаҡ йәнтөйәгебеҙҙе тағы ла йәмлерәк итеү эшенә халыҡ күпләп сығыр, дәррәү эшләр, тигән ышанысын да еткерҙе ул.

Дөйөм эш өсөн янып-көйөп йөрөгән ветерандар ойошмаһы ағзаларына дәрт-дарман, уңыштар теләргә генә ҡала.


Читайте нас: