+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 17:47

Милли проекттар – һөҙөмтәле эшкә йүнәлеш

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 7 майындағы “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” Указында илдә тормошҡа ашырыласаҡ 12 милли проект хаҡында аныҡ күрһәтмәләр бирҙе. Милли проекттар төрлө өлкәләрҙә: демография, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ һәм ҡала мөхите, экология, хеҙмәт баҙары, юлдар, фән, һанлы иҡтисад, мәҙәниәт, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ – бөтәһе 12 йүнәлештә алып барыла. Башҡортостанда ағымдағы йылда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 34,2 млрд һум, 6 йылда 170,6 млрд һум тотоноу күҙаллана.

Сәләмәт киләсәк

Май Указының бер пункты илдә демография күрһәткестәрен яҡшыртыу мәсьәләһенә арнала. Мәҫәлән, 2024 йылға уртаса ғүмер оҙонлоғон – 78, ә 2030 йылға 80 йәшкә еткереү бурысы ҡуйыла. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был бурысты үтәү өсөн тыуым кимәлен арттырыу, йәш балалы ғаиләләргә матди ярҙам сараларын камиллаштырыу, оло йәштәгеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм яҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе хәл итеү зарур. Төбәктә бөгөнгө көндә ошо йүнәлештә 6 проект ҡабул ителгән: “БР-ҙа бала тыуған ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеү”, “Спорт – йәшәү нормаһы”, “Өлкән быуын” һәм башҡалар. 2019 йылда бала тыуған ғаиләләргә һәм өлкәндәргә ярҙамға республика 7,1 млрд һум, ә 2024 йылға тиклем – 34,4 млрд һум тотонасаҡ.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм дауаханалар төҙөүгә, онкология һәм йөрәк-ҡан әйләнеше сирҙәре менән көрәшкә ҙур иғтибар биреп, ағымдағы йылда ошо маҡсатҡа 4,9 млрд һум, ә 6 йылда 16,5 млрд йүнәлтеү ҡаралған. Балалар поликлиникаларының матди-техник базаһын яҡшыртыуға 296 млн һум, яңы медицина учреждениелары төҙөүгә 500 млн һум, ауыл ФАП-тарына һәм күсмә медицина комплекстарына 260 млн бүленә. Беҙҙең районда 1 күсмә ФАП эш башланы ла инде, шулай уҡ 3 “Ашығыс ярҙам” машинаһы ҡайтарылды. Районда яңы балалар поликлиникаһы төҙөү буйынса ла һөйләшеүҙәр алып барыла, әлегә унда ремонт үткәрелде. Шулай уҡ Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһында капиталь ремонт эштәре үтеүе көтөлә. “Ауыл табибы” программаһына республикаға 62 млн һум һәм тағы ла 50 мең һум республика бюджетынан бирелә. Был өҫтәлмә рәүештә тағы ла 50 белгесте йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. 125 млн һум ихтыяж ҙур булған медицина кадрҙарын дәртләндереүгә тотоноласаҡ. Әлеге көндә республикаға - 1682, ауыл ерҙәренә 386 белгес, күпселек терапевтар һәм педиатрҙар кәрәк. 2018 йылда 10 табип эшкә килеүгә ҡарамаҫтан, Ғафури районы бөгөнгө көндә 18 табипҡа, махсус урта белемле 20 медицина персоналына мохтажлыҡ кисерә. Уларҙы эшкә йәлеп итеү өсөн район хакимиәте үҙәк район дауаханаһы менән берлектә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Эшкә киләсәк медицина хеҙмәткәрҙәренә көҙгә тиклем торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү, теләүселәргә бушлай ер биреү һәм башҡа саралар ҡаралған.


Читайте нас: