Республикала тәүге тапҡыр үткән сессияны Мәскәү ҡалаһынан 2014 йылда Сочиҙағы Олимпия уйындары персоналын әҙерләүҙә, Рәсәй Президентының кадрҙар резервын уҡытыу, “Рәсәй лидерҙары” конкурсының финалын, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса сессияларҙы үткәреү менән шөғөлләнгән билдәле эксперт, бизнес-тренер Владимир Соловьев һәм уның командаһы алып барҙы.
Төбәк Башлығы Радий Хәбиров сессияға 20 апрелдә килде. Радий Фәрит улы семинарҙың тап муниципалитеттар башлыҡтары өсөн
ойошторолоуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уларға ышанысын белдерҙе.
- Ышаныс – ул шундай етди нәмә. Ил Президенты миңә ҙур ышаныс күрһәтте һәм минең төп бурысым – уның ышанысын аҡлау. Халыҡ беҙгә ышаналыр тип уйлайым, - тине Радий Фәрит улы.
Сессияның тәүге көнөндә ҡатнашыусылар инвестициялар йәлеп итеү, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләрен ҡараны. Көн аҙағында командала эшләү буйынса тренинг үтте. Икенсе көндә, Радий Хәбировтың тәбрикләүенән һуң, ҡатнашыусылар уҙған көнгә йомғаҡ яһаны һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар тураһында, шулай уҡ йәштәрҙе республикаға йәлеп итеү буйынса фекер алышыуҙарға күсте. Сессияла тағы ла бик күп мөһим йүнәлештәр уртаға һалып һөйләшелде. Эшлекле шарттарҙа үткән сараға йомғаҡ яһағанда уларҙы артабан да уҙғарырға кәрәк, тигән дөйөм һығымтаға киленде.
Гөлназ МИРХӘЙҘӘРОВА,
район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе.