+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 17:02

Тере хәтер булып ҡалһындар

Бөйөк Ватан һуғышының 74 йыллығы алдынан беҙҙең районда ла күп кенә илһөйәрлек акциялар үтә. Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда Бөйөк Еңеүгә арналған “Еңеү тарихы” акцияһы бара.

Унда тотош республика буйынса 250 өлкән класс уҡыусыһы һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, шул иҫәптән ғафуриҙар ҙа әүҙем ҡатнаша.

Беҙҙең районда акцияның координаторы Айрат Миңлебаев әйтеүенсә, уның маҡсаты – фронтовиктар менән йәнле видеойылъяҙма эшләү һәм йәштәргә өлкән быуындың ҡаһарманлығы тураһында тағы ла бер тапҡыр һөйләү. Акция һуңында бөтә видеоматериалдар бергә тупланып, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы фильм төшөрөп, Башҡортостан юлдаш телеканалында 9 майҙа байрам телемарафонында күрһәтеләсәк.

- Беҙҙең район был акцияға 9 мартта ҡушылып, төрлө йәмәғәт ойошмалары: пионерҙар, ирекмәндәр, йәш армеецтар үҙҙәренең етәкселәре һәм ра-йон ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова менән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары: Красноусол ауылынан

Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов, Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов, Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Татар Саскүленән Низаметдин Бәҙретдин улы Вахитовта булып, видеояҙмалар эшләгәндәр. Балалар ветерандарҙы һорауҙарға күмде, анкеталар тултырҙы. Улар өсөн был осрашыуҙар еңеү өсөн көрәштә иҫән ҡалған бар яугирҙарға, яуҙа башын һалғандарҙың яҡты иҫтәлегенә ихтирам һәм хөрмәт билдәһе булды, - тип йомғаҡланы һүҙен Айрат Ришат улы.


Читайте нас: