+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 11:42

Тиңдәр араһында тиң булып йәшәйек

Ғәлинур Ҡалмырҙин, "Ғафури табындары" ойошмаһының идара рәйесе

-Халыҡ һәм уның теле айырылғыһыҙ төшөнсәләр: тап тел халыҡтың төп билдәләнеше булып тора, уның ни дәрәжәлә боронғо, ни дәрәжәлә бай булыуы халыҡтың үткәнен асыҡ дәлилләһә, халыҡтың үҙ теленә булған мөнәсәбәте уның киләсәген билдәләй. Әммә туған телебеҙ бөгөнгө көндәгенән дә аяныслыраҡ хәлдә булдымы икән, туғандар?! Беҙгә ни эшләргә: ошо хәлдән сығыу юлын эҙләргәме, әллә ҡул һелтәп, эште үҙағышына ҡуйырғамы?! Икенсеһе, әлбиттә, күпкә еңел, сөнки халыҡ былай ҙа күп нәмәгә битараф, тап шуның менән файҙалана ла инде “ҡара көстәр”. Рәсәйҙәге төрлө милләт вәкилдәре балаларын ғариза яҙып ҡына туған телен уҡыта ала, унда ла аҙнаһына 1-2 сәғәт кенә. Ә бына программалағы урыҫ телен, сит телдәрҙе өйрәнеүгә башҡорт балаһының ата-әсәһе бер ниндәй ҙә ғариза яҙмай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, милләттәштәребеҙ араһында үҙ теләге менән балаһын туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм итеүселәр бихисап.

Район үҙәге халҡының яртыһы беҙҙең милләттән булыуға ҡарамаҫтан, бер башҡорт гимназияһы менән мөрхәтһенәбеҙ. Башланғыс башҡорт мәктәбе, уның янында башҡорт балалар баҡсаһы булдырыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Ә беҙҙә киреһенсә, күптән асылған башҡорт төркөмдәре лә бөтөп бара. Эштәр былай барһа, яҡын киләсәктә милли мәғариф тигән төшөнсә тарихта ғына тороп ҡаласаҡ.

Быйыл Башҡортостанда “Телдәр тураһында”ғы закондың ҡабул ителеүенә, башҡорт теленең урыҫ теле менән бер ҡатарҙан дәүләт теле статусы алыуына – 20 йыл. Нисек уйлайһығыҙ: әлеге көндә телебеҙ ысын мәғәнәһендә дәүләт теле статусына эйәме, уның ҡулланылыш даирәһе тейешле кимәлдәме? “Юҡ!” – тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, халыҡ менән эшләүсе башҡа ойошмаларҙа эш ҡағыҙҙарының, әүәлгесә, тик урыҫ телендә генә алып барылыуы ла шуны раҫлай. Эреле-ваҡлы етәкселәребеҙ иһә үҙ сығыштарында, уҙа барһа, башҡортса сәләмләү һәм “Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!” тиеүҙән ары китә алмай. Ә бит үткән быуаттың 20-се йылдарында яуаплы вазифаларҙа ике дәүләт телен дә берҙәй яҡшы белгән белгестәр генә биләй алған, белмәгәндәрҙе мәжбүри уҡытҡандар. Беҙҙә ғүмер буйы шул органдарҙа эшләп тә, хатта милләте буйынса башҡорт йә татар булып та, башҡорт телендә ауыҙ асып һүҙ әйтә алмағандар, әйтергә теләмәгәндәр ҙә бер ҡыйынлыҡ кисермәй, уларҙан быны берәү ҙә талап итмәй. Тик былай сикһеҙ дауам итергә те-йеш түгел! Мин ошо хәрәкәттең тап беҙҙән – Ғафури районынан, Башҡортостан үҙәгенән, тәүге халыҡ шағирының, башҡорттарҙан иң күренекле телсе ғалимдың йәнтөйәгенән башланыуын теләр инем. Был хәрәкәт Башҡортостандың 100 йыллығында, V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йылында старт алһа, бик яҡшы булыр ине. Һәм быға нигеҙ ҙә бар: туған башҡорт телен һанлаусы, рухлы, мәҙәниәтле, үтә яуаплы, талантлы, талапсан, дәрт-дарманлы, үҙ халҡына һәм үҙ һүҙенә тоғро етәксебеҙ Ф.Ф.Сыңғыҙов бар!

Мәғариф өлкәһенә әйләнеп

ҡайтып, бер нисә һорауға туҡтар-ға теләйем: ауылдарыбыҙҙа атҡарылған мәктәптәрҙе эреләтеү процесына ныҡлы контроль кәрәк, балаларыбыҙ тейешле белемде үҙ мөхитендә алһын ине, балалар һаны артыу менән төп, хатта урта белем биреү мәктәптәрен ҡайтанан асыу мөмкинлеген күҙ уңынан ысҡындырмайыҡ. Берҙәм дәүләт имтиханынан ҡурҡып милләтебеҙ киләсәген шик аҫтына ҡуябыҙ, сөнки тап унан балаларҙы, бигерәк тә егеттәрҙе, 9-сы клас-тан һуң, мәктәптән ҡыуалайбыҙ. БДИ иң тәүҙә башҡорт тамырын киҫә, милләтебеҙ киләсәген ҡорота. 5 көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү ҙә милләтебеҙ киләсәгенә кәртә булмаһа ярар ине тип шөбһәләнәм, сөнки көндәлек дәрестәрҙе ҡыҫҡартыу ҙа башҡорт теле дәрестәренән башланыу ҡурҡынысы бар. КБГИ-ның милләттәштәребеҙ киләсәге өсөн ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген иҫәпкә алып, уны киләсәктә яңы типовой бинала күрергә теләйбеҙ икән, бының буш хыял булыуына юл ҡуйырға ярамай. Мәктәпкә йәш, әҙерлекле кадрҙарҙы йәлеп итеү ҙә оло бурыс булып тора.

Ер мәсьәләһенә килгәндә, халыҡты ерҙән биҙҙереү, уны кешелекте туйындырыусы берҙән-бер сығанаҡ итеп күрмәү, иң ҙур байлыҡ итеп түгел, хатта тотороҡлолоҡ нигеҙе итеп тә танымау дәрәжәһенә еткереү өсөн власть даирәләре барыһын да эшләне. Шуның һөҙөмтәһе булараҡ, бөгөнгө көндә илдәге сәсеү майҙандарының халыҡ ҡулындағыһы 10 процентҡа ла тулмай. Әле ҡулыбыҙҙа булған ерҙәребеҙҙе булһа ла, күҙ ҡараһылай һаҡлап, кооператив формалағы төрлө хужалыҡтарға берләшеп, тулы ҡеүәтендә эшләтеп, унан табыш алыу яғын хәстәрләү, киләсәк быуындарға тапшырырлыҡ хәлдә тотоу зарур.

2019 йыл ғорур халҡыбыҙ өсөн ысын мәғәнәһендә һынылыш йылы булыр, ә V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халҡыбыҙ үҫешенә ышаныслы нигеҙ һалыр, тип ышанайыҡ. Ә Башҡортостан һәм тыуған районыбыҙ яңы форматтағы, булдыҡлы, ныҡлы әҙерлекле етәкселәребеҙ ҡулы аҫтында, беҙҙең туранан-тура ярҙам менән яңы үрҙәр яулар, республикабыҙ, районыбыҙ халҡына тиңдәр араһында тиң булып йәшәрлек шарттар тыуҙырыуға өлгәшер, тигән өмөттә ҡалайыҡ.
Читайте нас: