+11 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 17:07

Ветерандар ҡартлыҡҡа бирешмәй

Һаулыҡ һағы ветерандары менән осрашыу Табын ауылы табиплыҡ амбулаторияһында ла булды. Унда үҙәк район дауаханаһы баш табип урынбаҫары И.З.Фәйзуллин, хирург С.М.Байгилдин, медстатистика кабинеты акушеркаһы А.И.Ғәлләмова һәм амбулаторияның элекке баш табиптары Г.Г.Кулагин менән Ә.Х.Ҡоломбәтовтар килде. Был делегацияны һәм ветерандарҙы дауалау учреждениеһының бөгөнгө баш табибы М.Р.Вәлиев етәкселегендәге коллективы йылы ҡаршы алды. Ошондай матур сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Табын врач амбулаторияһын ике йыл элек етәкләй башлаған Марат Рауил улы тарихын һәм бөгөнгөһөн барланы.

Районда иң тәүге дауахана бер быуат элек Табын ауылында эшләй башлай. Ул район “Сельхозтехника”һынан йыраҡ булмаған урында Көгөш (Усолка) йылғаһы буйында урынлашҡан була, ике ҙур ағас һәм бер бәләкәй таш бинанан тора, берәүһендә – стационар. Зоя Ивановна Пастухова һөйләүе буйынса һуғышҡа тиклем фельдшер булып уның атаһы Иван Иванович Поздняков, Феня Ивановна Трунова - медсестра, Александра Ивановна Позднякова (Иван Ивановичтың ҡыҙы) санитарка булып эшләй. Һуғыштан һуң фельдшер булып эшкә Михаил Иванович Васильев килә. Ул күрше Кузьма-Александровка ауылында йәшәп, көн һайын йәйәүләп эшкә йөрөгән. Табындар уның хаҡында яҡшы хәтирәләр һаҡлай, сөнки ул һәр төрлө сирҙе лә дауалаған.

1950 йылдарҙа шәфҡәт туташы булып Нина Михайловна Егорова (Шеина) эшләй башлай. Был заманда табип-терапевт - Нина Григорьевна Кулешова, ә санитарка Анна Матвеевна Сидорова була. 60-сы йылдарҙа дауахана Дауахана урамынан Үҙәккә күсерелә. 1994 йылда яңы дауахана төҙөлә. Төрлө йылдарҙа Табын ауыл табиплыҡ амбулаторияһында баш табип булып Геннадий Григорьевич Кулагин, Марат Рифҡәт улы Шәмсетдинов, Рушана Әхмәдшуева, Ғәлиб Барый улы Кашабов, Әхмәт Хәйрулла улы Ҡоломбәтов, балалар шәфҡәт туташтары булып Луиза Ҡәнәфи ҡыҙы Ноғайғолова, Сәлиха Ғәли ҡыҙы Шәрәфетдинова, Светлана Римйән ҡыҙы Опарина эшләй. 37 йылдан ашыу ғүмерен Любовь Николаевна Матвеева акушерка һөнәренә бағышлап, хаҡлы ялға туҡтаған.

М.Вәлиев үҙе етәкләгән амбулаторияның әлеге коллективы менән дә таныштырып үтте. Медицина училищеһын тамамлағас, Табын амбулаторияһында хеҙмәт юлын башлап, 40 йыл ғүмерен яратҡан һөнәренә бағышлаған участка шәфҡәт туташы Нәзирә Хәмзә ҡыҙы Хәсәнова, физкабинеттың шәфҡәт туташы Руфина Мазһар ҡыҙы Муллагилдина менән санитарка Татьяна Григорьевна Борисовскаяның хеҙмәт стажы 25 йыл булһа, лаборантка Нурия Мотаһар ҡыҙы Сәлимова бында 1996 йылдан алып эшләй. Зөлфиә Миңтимер ҡыҙы Кәримова - балалар шәфҡәт туташы. Родина ФАП-ын 30 йыл стажлы шәфҡәт туташы Айгөл Дәрүиш ҡыҙы Йәрмөхәмәтова етәкләй, фельдшер Венера Абдрахман ҡыҙы Нафиҡова 35 йыл эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Архангелка ФАП-ында фельд-шер булып Любовь Ивановна Зорина эшләй.

Танышып сыҡҡандан һуң, коллегаларын Ирек Зиннур улы Фәйзуллин менән һаулыҡ һағы аҡһаҡалы Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы Байгилдин сәләмләп, был дауалау учреждениеһы коллективының эшмәкәрлеген юғары баһаланылар. Һәм артабан да район халҡы һаулығы һағында уяулыҡтарын юғалтмай, яҡшы эшләүҙәрен, шулай уҡ ветерандарға ла бик ауыр замандарҙа һәм шарттарҙа эшләһәләр ҙә, төшөнкөлөккә бирелмәй, халыҡ һаулығын ҡайғыртып, ҡулдарынан килгәндең барыһын эшләүҙәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерҙеләр, элекке хеҙмәт урындарына юлды онотмай, килеп йөрөүҙәрен, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләнеләр.

Артабан һүҙ Табын табиплыҡ амбулаторияһының элекке баш врачтары Г.Г.Кулагин, Ә.Х.Ҡоломбәтов (баш табип булып 14 йыл эшләгән), Н.Х.Хәсәнова, В.А.Нафиҡоваға бирелеп, улар эш дәүерендәге хәтирәләре менән уртаҡлаштылар. Башҡа ветерандарҙың да коллегалары менән уртаҡлашыр тәьҫораттары бик күп булды. Бай йөкмәткеле, һәр кемдең күңеленә хуш килгән саранан ветерандар ҡәнәғәт, рәхмәтле булып таралышты.


Читайте нас: