+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Апрель 2019, 11:36

Яҡты киләсәккә ҙур маҡсаттар илтә

2019 йыл республикабыҙ, халҡыбыҙ тарихына 100 йыллыҡ юбилей йылы булып ҡына түгел, республиканы барлыҡҡа килтереүсе халыҡ – башҡорттарҙың бөтә донъяға һибелгән өлөштәрен берләштереүсе, халҡыбыҙҙың киләсәген билдәләүсе V Ҡоролтайы йылы булып та алтын хәрефтәр менән яҙылһын.

Тарих шаһит: халҡыбыҙ борон-борондан иң көсөргәнешле, һынылышлы мәлдәрҙә барса халыҡты туплап, уның иң арҙаҡлы вәкилдәрен ҡорға йыйып, кәңәшләшеп, яуаплы ҡарарҙар ҡабул иткән. Был ҡарарҙар һәр ҡәүем, һәр башҡорт өсөн мотлаҡ үтәлергә те-йешле ҡанун рәүешен алған. Бишенсе тапҡыр уҙасаҡ Ҡоролтайыбыҙ ҡарарҙары, ниһайәт, шундай уҡ бейеклеккә күтәрелеп, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәген билдәләүсе лә, оло маҡсаттарға өлгәшеүҙе тәьмин итеүсе лә булһын ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1995 йылдан бирле уҙғарылған дүрт Ҡоролтайҙың ҡарарҙары араһында үтәлмәй ҡалғандары ла бихисап булды. Шул иҫәптән урындағы ҡоролтайҙар тарафынан.

Район башҡорттары ҡоролтайының элекке етәкселегенең күҙгә күренерлек эштәренән “Миләшкәй”, “Әкиәт” балалар баҡсаларында өҫтәлмә башҡорт төркөмдәре асыуҙы, 2017 йылда Баймаҡ ҡалаһында башҡорт йәштәре байрамында 12 кешенән торған район делегацияһының, шулай уҡ райондаштарыбыҙҙың Өфөлә Табын ырыуы йыйынында ҡатнашыуын, Оло Үтәш ауылында Башҡортостандың тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡовҡа таҡтаташ урынлаштырылыуын атарға булалыр. Шул уҡ ваҡытта Ишембай ҡалаһы һәм Торатау эргәһендә уҙғарылған Юрматы ырыуы йыйынында Ғафури юрматылары тейешле кимәлдә ҡатнашманы, ә 2017 йыл – Архангел, 2018 йыл Ҡырмыҫҡалы райондарында уҙғарылған Табын йәштәренең “Табын-фест” сараһына әҙер-лектән Ҡоролтай башҡарма комитеты бөтөнләй ситләште. Район хакимиәтенең элекке етәксеһенең ҡәтғи тыйыуына ҡарамаҫтан, был йыйындарға район йәштәрен әҙерләп, бағыусы-иғәнәселәр табып, алып бара алғаны өсөн Ғафури табындарының идараһына, уның рәйесе Ғәлинур ағай Ҡалмырҙинға рәхмәт әйтеү дөрөҫ булыр.

Барығыҙға ла мәғлүм: Ғафури ере – арҙаҡлы шәхестәр төйәге. Беҙ уларҙы танырға, өлгәшелгән уңыштарын һанларға, үҙҙәрен данларға, кәрәкле осраҡта исемдәрен мәңгеләштереү сараһын күрергә бурыслыбыҙ һәм был юҫыҡта эштәр әүҙем бара. Ра-йонда уҙған мәҙәни сараларҙа даими ҡатнашыуҙы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереүҙе, халыҡҡа ҡоролтай һүҙен еткереүҙе, ҡоролтай әүҙемселәренең мотлаҡ бурысы итеп иҫәпләйәсәкбеҙ.

Район ағинәйҙәре, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмалары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылды. Мәҫәлән, февраль аҙағында Имәндәш ауылы ағинәйҙәре районыбыҙ һәм Стәрлетамаҡ ағинәйҙәрен саҡырып “Аллы-гөллө шәлъяулығым” исемле матур сара әҙерләп уҙғарҙы. Башҡа ауылдар ағинәйҙәре лә, үҙ алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, берҙәм эшләйҙәр һәм йәшәйҙәр.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын билдәләү сиктәрендә июнь аҙағында Өфөлә һәм Торатау янында уҙғарыласаҡ V БДБҠ-ға әҙерлек буйынса ла башҡарма комитет мөһим саралар уҙғарҙы, район һәм ҡалалар, Рәсәй төбәктәре, яҡын һәм сит илдәрҙәге милләттәштәребеҙҙе берләштереүсе ҡоролтайҙарға, башҡа йәмәғәт ойошмаларына ентекле күрһәтмәләр еткерелде. Ҡоролтайға әҙерлек осоронда беҙ үҙ эшебеҙҙе бер аҙ йәнләндерә, район һәм ауыл биләмәләре етәкселәре, башҡа йәмәғәт ойошмалары менән конструктив бәйләнештәр урынлаштыра алдыҡ, киләсәктә лә ошо бәйләнештәрҙе нығытыу өҫтөндә даими эшләйәсәкбеҙ.

БДБҠ башҡарма комитеты тарафынан район-ҡала ҡоролтайҙарының көн тәртибенә 4 мәсьәлә тәҡдим ителде. Беҙ иһә көн тәртибендә икенсе итеп ҡуйылған: Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклем милли сәйәсәт Стратегияһының, “2016-2020 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этно-мәҙәни үҫтереү” программаһының үтәлешен ҡарау урынына, беҙҙең өсөн яҡыныраҡ та, аңлайышлыраҡ та булған районыбыҙ биләмәһендә Башҡортостан Республикаһының “Телдәр тураһында”ғы законының үтәлешен ҡарарға булдыҡ. Сөнки был мәсьәләнең практик яғы һәр саҡ күҙгә ташланып бара, уны тикшереү күбебеҙҙең ҡулынан килә тип тә әйтергә мөмкин.

Ә беҙ ҡарамаған Стратегияға һәм Программаға килгәндә инде, улар ысын мәғәнәһендә үҙ моратына “ирешкәндәрҙер”: Рәсәй кимәлендә лә, Башҡортостан кимәлендә лә тәғәйен рәүештә милли сәйәсәт менән шөғөлләнеүсе министрлыҡ та, айырым бер орган да күптән юҡ ине. Ә һәр милләтте милләт иткән туған телдәрҙе уҡытыуҙы ҡатмарлаштырыусы кәртәләрҙе әленән-әле уйлап сығарып ҡына торалар. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда, рәсми булмаған сығанаҡ мәғлүмәттәренән күренеүенсә, власть органдарынан, предприятие, ойошма етәкселегенән 2 меңләп башҡорт милләтенән булған кадрҙарҙың ситләтелеүе юғарыла әйтелгәндәрҙе раҫлай.

Һуңғы осорҙа Рәсәй етәкселегенең милли сәйәсәт буйынса министрлыҡты тергеҙеүгә йүнәлтелгән аҙымдарын хуплайбыҙ. Тик ул министрлыҡ күҙ буямай ғына ысын мәғәнәһендә үҙ бурысын үтәһен ине.

2019-2050 йылдарға иҫәпләнгән “Башҡорт халҡының үҫеш Стратегияһы” проектына килгәндә шуны әйтергә теләйем – беҙҙең ҡоролтай делегаттары араһында ла был мәсьәләне бар нескәлектәрендә белгән, Стратегияны эшләүгә һәләтле кешеләр бик әҙҙер, минеңсә. Бар халыҡҡа оран һалырҙан алда, уның проект ҡараламаһын белгестәрҙән әҙерләтеп, халыҡ алдына тикшереүгә сығарыу дөрөҫөрәк булыр ине.

Олуғ Ҡоролтай һуңынан халыҡ араһында ойоштороу-аңлатыу эштәрен алып барыуҙы, улар нигеҙендә район

ҡоролтайының яңы эшлекле, конкрет пландарын әҙерләп бойомға ашырыуҙы, ҡоролтай башҡарма комитеты ла, шәхсән мин үҙем дә төп бурысыбыҙ тип иҫәпләйәсәкбеҙ.
Читайте нас: