-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2019, 13:45

Алда булһа ҙур теләк Эштән йәм таба йөрәк

Халҡыбыҙҙа элек-электән оҫта ҡуллы ир-егеттәр оло абруйға эйә булған. Хеҙмәттәре килем генә килтермәгән, ә эргә-тирәләгеләргә матурлыҡ, шатлыҡ бүләк иткән. Бөгөн дә бар шундай замандаштарыбыҙ. Сынъяһау итеп йорт төҙөй, алтын ҡулдары менән кешене һөйөндөрә, үҙе башҡарған эштән йәм-ғәм табып йәшәй улар. Красноусолдағы Баҡса урамында яңы төҙөлөп, файҙаланыуға тапшырылған күп фатирлы йорттарҙың береһендә йәшәүсе Рәфис Һәҙиәтов шундайҙарҙың береһе.

Ғәҙәттә оҫта ҡуллы ир-уҙамандарҙан: “Һәләт нәҫелдәнме?” – тигән һорауға күпселек осраҡта “Эйе” тигән яуапты ишеткәнгә лә, был егеттең дә шулай тип яуапларына шик юҡ ине. Әммә был юлы яңылыштым. Уның ағас эштәренә маһирлығы үҙенән икәнлеге билдәле булды.

Яңы танышым Белорет районының Инйәр ҡасабаһынан булып сыҡты. Әсәһе бында тормошҡа сыҡҡас, улын да күсеп килергә күндергән һәм ҡатыны Дилара менән был йортта туғандарының фатирында өс йыл йәшәйҙәр. Рәфис мәктәпте тамамлағас, иретеп йәбештереүсе, ташсы, монтажсы һөнәрен үҙләштергән. Артабан Өфөлә МЧС буйынса курстар үткән. Красноусолда янғын һағында эшләп йөрөгән егеткә төп эшенән ял иткән мәлде мөмкин тиклем файҙалыраҡ итеп уҙғарыу теләге тынғы бирмәй. Үҙҙәре йәшәгән йорт алдын, тирә-яғын нисек тә йәмлерәк, төҙөк, һәр кем һоҡланырлыҡ итеү уйы менән яна башлай. Һәм ҡатыны менән ағас һындар менән биҙәргә тигән ҡарарға киләләр. Ағас, төрлө кәрәкле ҡорамалдар һатып алынғас, эштән бушаған, шулай уҡ отпуск ваҡытында йөрьәт итеп оҫта ҡулдарын эшкә ҡуша. Һәм күҙ ҡурҡа ҡул эшләй, тигәндәй, оҫталыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһендә береһенән-икенсеһе уңышлыраҡ һындар хасил була. Рәфистең тәүге эштәренән – айыу һәм ҡояш йәнәшәләге йорттоң ишек алдына нур өҫтәгәндәй, йәмләп урын алған. Ә үҙҙәре йәшәгән йорт фатирының тәҙрә ҡаршыһы әкиәт илен хәтерләтә: бына йәнһүрәт персонаждары Маша менән Айыу, ағасҡа тейен үрмәләй, бөркөт менән балаһы ағас ботағына “осоп килеп ҡунған”, арыраҡ тайыш табан, умарта, бал тәпәне һәм барыһын да һаҡлап торғандай эт һыны ла урынлаштырылған. Ситән менән уратып алынған участкала сәскәләр ултыртыу өсөн түтәлдәр ҙә бар. Матур һындарға балалар ҙа, ололар ҙа хайран ҡала. Был күренешкә һоҡланып, ял итеп ултырыу өсөн эскәмйә лә эшләп ҡуйылған. Йорттарҙан ситтәрәк беседка урын алған.

-Һындарҙы яйлап ҡына үҙем эшләһәм, уларҙы урынлаштырыуҙы һәм башҡа эштәрҙе күршем Рөстәм Ғәниев менән бергә башҡарҙыҡ, шулай уҡ буяу һатып алып һындарҙы буяуҙа уның ҡатыны Елена, ирле-ҡатынлы Әлфиә менән Илнур Шәмсетдиновтар ярҙамлашты, - ти Рәфис үҙенең эшенән йәм табып, ҡәнәғәтлек кисереп. – Бының менән генә туҡтап ҡалмайым әле, тағы ла эшемде дауам итәсәкмен, икенсе йорт алдында ла матурлыҡ булдырасаҡбыҙ, - тине хушлашҡанда алтын ҡуллы оҫта.

Әлбиттә, әле, биләмәләрҙе төҙөкләндереү айлығы барған мәлдә Рәфис Сөләймән улының изге башланғысы хуплауға һәм маҡтауға лайыҡ (бер кем дә ҡушмаған, үҙ теләге менән башҡарған). Уның кеүек энтузиастар булғанда, шулай уҡ башҡалар ҙа эйәргәндә, донъябыҙ ҙа матурыраҡ, күркәмерәк булыр ине.


Читайте нас: