+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2019, 13:34

Бар ерҙә лә маһир ҡатын-ҡыҙ

Бына нисәнсе йыл инде районыбыҙҙың төрлө ойошма-предприятиелары ара-һында матур традицияға әүерелгән “Эшсе ҡатын-ҡыҙ” бәйгеһе уҙғарыла килә. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең төп эшенән тыш, төрлө йүнәлештә – үҙҙәре менән оҫта итеп таныштырыу, йыр-бейеүгә маһирлыҡтарын, нимәгә һәләтле булыуҙарын күрһәтә. Бәйгенең төп маҡсаты – эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү, йәштәрҙең ижади башланғыстарын һәм һөнәри оҫталығын үҫтереү. Район предприятиелары һәм ойошмаларының эшсе йәштәре араһында үткән “Эшсе ҡатын-ҡыҙ – 2019” бәйгеһендә 8 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Бына улар: Күп функциялы үҙәктән Рәзимә Хәкимова, “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһенән Ирина Мөхәмәтйәнова, Балалар ижады үҙәгенән Ольга Безовчук, Балалар шифаханаһынан Илгизә Кәримова, “Фоминдар” йәмғиәтенән Анна Ғәлләмова, “Әкиәт” кафеһынан Эльмира Ҡаҙаҡҡолова, “Тирәккәй” балалар баҡсаһынан Әнисә Ғөбәйҙуллина, Үҙәк район дауаханаһынан Лилиә Ибраһимова.

Бәйге иң тәүҙә үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланды. Беренсе булып Рәзимә Хәкимова сыҡты. Уға 32 йәш. Волейбол, баскетбол уйнарға, балалар өсөн байрамдар үткәрергә яратыуын, институт тамамлауын, 2015 йылдан яңы асылған Күп функциялы үҙәктә төп белгес булып эшләүен, бында 21 хеҙмәткәр иҫәпләнеүен һөйләп: “Һорауҙар булһа яуап бирәбеҙ, беҙ һеҙҙе ҡабул итергә әҙербеҙ”, тип саҡырыуҙан һуң, йөрәк түренән сыҡҡан йыр ҙа башҡарҙы.

Ирина Мөхәмәтйәноваға 28 йәш. Ул “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһендә эшләүен, эшендә һәр саҡ кешеләргә ярҙам итеү төп шарт булыуын аңлатты. Ғаиләһен яратыуы, тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ үҫтереүҙәрен, үҙе әйткәнсә, ябай тормош юлын һөйләне.

Өсөнсө ҡатнашыусы Ольга Безовчукка 27 йәш. “Мин Ҡытай, Француз ҡыҙы түгел, рус ҡыҙымын, ошонда үҫтем һәм ҡалдым” тип башлап ебәрҙе үҙенең таныштырыуын һәм тамашасыларға көндәлек тормошонан, эшендә төшөрөлгән видеоролик тәҡдим итте.

“Фомин” шәхси предприятиеһында кондитер булып эшләүсе өс бала әсәһе Анна Ғәлләмоваға 30 йәш. Ул үҙенең яҡлаусы төркөмө менән бай таныштырыу сығышы эшләгән. Дәртле, янып торған, бай фантазиялы коллективты күреү менән, бында эшселәрҙе шундай һәләттәргә ҡарап та һайлап алаларҙыр, тип уйлап ҡуйғандарҙыр күптәр. Анна йырларға, бәйләм бәйләргә, торттар бешереп, биҙәп кешеләрҙе шатландырырға ярата.

Өс баһадир малай үҫтереүсе әсә – Лилиә Ибраһимова Себерҙә тыуып үҫкән. Әле уға 32 йәш. Медицина университетының фармацевтика бүлеген яҡшы билдәләргә тамамлап, Үҙәк ра-йон дауаханаһы ҡарамағындағы аптекала провизор булып эшләп йөрөй. Уның өсөн ғаилә мөһим урында тороуы, ырғаҡ менән оҫта бәйләүе, сәйәхәт итергә яратыуы тураһында үҙ сығышында әйтеп үтте.

Әнисә Ғөбәйҙуллинаға 27 йәш. Тормош иптәше менән ике бала үҫтерә. Филология факультетын тамамлауы, “Тирәккәй” балалар баҡсаһында хужалыҡ эштәре мөдире булып эшләүе, үҙ эшен яратыуы тураһында һөйләне һәм коллегалары ҡатнашлығында заманса бейеү бейеп, шундай ритмда йырлап үҙе менән таныштырҙы.

“Әкиәт” кафеһы директоры Эльмира Ҡаҙаҡҡолова эшсән, ныҡышмал булыуын билдәләп, “Беҙҙең менән ас ҡалмаҫһығыҙ” тип тә әйтеп ҡуйҙы. Бейергә, фортепианола уйнарға, әлбиттә, төрлө-төрлө тәмле аш-һыу бешерергә яратыуын әйтеп китте. Уға 23 йәш.

Балалар шифаханаһында физиотерапия бүлегендә шәфҡәт туташы булып эшләүсе Илгизә Кәримова мәктәптә уҡығанда әүҙем уҡыусы булыуы, Стәрлетамаҡ медицина колледжын тамамлауы, һуңғы курста уҡығанда тормош иптәше Илдарҙы осратып сәстәрен-сәскә бәйләүҙәре, ҡыҙы үҫеп килеүе тураһында бәйән итте. Үҙ эшен ярата.

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулынан килмәгән эш юҡтыр ул. Икенсе турҙа бәйгеселәр ижади һәләттәрен күрһәтте. Рәзимә, Анна, Иринаның йырлауы, Эльмира, Ольга, Лилиә, Әнисә, Илгизәнең бейеүе хуш китерлек булды. Бында инде коллективтарҙың ярҙамы, уларҙың бер туғандай дуҫ, татыу булыуын да күрһәтеп тора.

Быйылғы “Театр йылы”н күҙ уңында тотоп, конкурсанттар үҙҙәрен был өлкәлә лә һынап ҡараны. Тәүге 5 ҡатнашыусы һалдат ҡыҙҙары кейемендә һуғыш осоронда булған хәлдәрҙән ятҡа һәр береһе оҙон өҙөк һөйләп ишеттерһә, ҡалған өс ҡатнашыусы сәңгелдәктәрҙә бала бәүелтеп, әсә булыуҙың ниндәй бәхет булыуын сюжеттар аша асты. Һуңғы һынауҙа ҡыҙҙар интеллектуаль һәләттәрен күрһәтеп, төрлө һорауҙарға яуаптар бирҙе.

Бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт иткән, бар яҡтан да килгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланмау мөмкин түгел ине. Сәхнәлә улар үҙҙәрен ышаныслы тотоп, бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтте.

Сәмле бәйгене баһалау ра-йон ветеринария станцияһы начальнигы Фаил Зәйнетдинов, “Меридиан” муниципиаль унитар предприятиеһы директоры Салауат Ғәлимйәнов, район мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Юрий Родионов, ра-йон мәҙәниәт һарайы директоры Таһир Искәндәров, ауыл клубтары буйынса методист Ҡадир Ишбулдин өлөшөнә төштө. Әлбиттә, жюри ағзаларына еңелдән булмағандыр, оҙаҡ ҡына кәңәшләшеп алдылар. Бына, ниһайәт, улар бер-бер артлы еңеүселәрҙе атаны. Йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Лариса Дәүләтшина Анна Ғәлләмованы “Иң күп Интернет тауыш йыйған” һәм “Иң һөйкөмлө” номинацияһында еңеүе менән ҡотланы, Ирина Мөхәмәтйәнова “Иң һоҡланғыс”, Ольга Безовчук “Иң күркәм”, Илгизә Кәримова “Иң креатив һәм өмөтлө”, Эльмира Ҡаҙаҡҡолова “Иң яҡшы импровизация”, Әнисә Ғөбәйҙуллина “Иң ижади”, Лилиә Ибраһимова “Иң эрудициялы” номинацияларында бүләкләнде. Ә инде конкурстың еңеүсеһе – Рәзимә Хәкимова Гран-при яуланы.

Тамашасылар ҙа баһалауҙан ситтә ҡалманы, һәр кем үҙ тауышын белдереп, алдан таратылған смайликтарҙы ҡатнашыусыларҙың ҡумтаһына һалды, жюри быны ла иҫәпкә алды. Зал тулы халыҡ бәйгеселәрҙең талантына һоҡланып, район мәҙәниәт һарайы артистары башҡарған йырҙарҙы тыңлап кинәнде. Алып барыусылар Рәзилә Хәбибуллина менән Фәнзил Ғәлин тамашасылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, көйәрмәндәрҙең әүҙемлеген оҫта тәьмин итте. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ үҙҙәренең гүзәл эшсе лә, йәм һибеүсе, йән биреүсе лә икәнлектәрен тағы бер тапҡыр иҫбатланы.
Читайте нас: