+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2019, 12:43

Белем биреү сифатлы булырға тейеш

Ил Президенты В.Путиндың Май указдарында билдәләнгән милли проекттарҙың береһе мәғариф өлкәһенә ҡағыла.Был өлкәлә эштәр төрлө йүнәлештәрҙә алып барыла. Башҡортостанда балаларға юғары сифатлы белем биреү менән бергә, уҡыу өсөн уңайлы график, яҡшы шарттар тыуҙырылған мәктәп, йылы автобустар булыу ҙа бик мөһим, тип билдәләй төбәк Башлығы Радий Хәбиров.

Уҡыусылар һанының күп булыуы сәбәпле, бихисап мәктәптәр бер сменалы уҡыуға күсеүҙе республика 2025 йылға тиклем хәл итергә йыйына. Мәғариф министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, алдағы 2 йылда 49 мәктәп төҙөләсәк һәм реконструкцияланасаҡ. Ҡала һәм райондарҙа яңы мәктәптәр төҙөү, мәктәптәрҙең матди базаһын нығытыуға 645 млн һум финанс сығымдар ҡаралған.

Ғафури районында ике сменала уҡыусы ике мәктәп бар: Красноусолдағы 1-се һәм 3-сө мәктәптәр. Райондың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына ярашлы, Красноусолда 220 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөү ҡарала. Шулай уҡ 3-сө мәктәпкә төкәтмә төҙөү күҙ уңында тотола.

Һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү үҙәктәре булдырыу ҙа мөһим бурыстарҙың береһе. Районда был йүнәлештә Балалар ижады үҙәге, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, Сәнғәт мәктәбе һ.б. ойошмалар әүҙем эш алып бара. Уҙған йылдың аҙағында уларҙағы эште йәнләндереү өсөн өҫтәлмә рәүештә эш урындары булдырылды. Һөҙөмтәлә бер нисә мәктәптә көрәш һәм башҡа спорт төрҙәре, ҡурай, йыр һәм башҡа түңәрәктәр эшләй башланы.


Читайте нас: