-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2019, 13:37

Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә 2

Республика Халыҡты социаль яҡлау үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалы район халҡына түбәндәге мәғлүмәттәрҙе еткерә.1. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 18 мартындағы “2018 йылдың IV кварталына төп социаль-демографик төркөмдәр буйынса йән башына уртаса айлыҡ йәшәү минимумын билдәләү тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, республикала бер кешегә йәшәү минимумы – 8784 һум, эшкә яраҡлы кешеләргә – 9355 һум, пенсионерҙар өсөн – 7193 һум, балаларға 8723 һум күләмендә билдәләнде. Был йәшәү минимумы 2019 йылдың 30 мартынан ҡулланыла башланы.

2. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 11 мартындағы “Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре буйынса 2018 йылға һәм 2019 йылдың беренсе яртыһына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың рес-публика стандарттары тураһында”ғы 2018 йылдың 20 июлендәге Башҡортостан Рес-публика Хөкүмәте ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһындағы” (артабан - ҡарар) ҡарары үҙ көсөнә инеүе менән бәйле, 2019 йылдың ғинуарынан мартына тик-лемге осорҙа торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүгә субсидияларға (артабан – субсидиялар), хеҙмәт ветерандарына, 2019 йылдың ғинуарынан апреленәсә тыл хеҙмәтсәндәренә, инвалидтарға, күп балалы ғаиләләргә һәм башҡа категория льготалар менән файҙаланыусыларға торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә айлыҡ аҡсалата компенсацияларға (артабан – ЕДК) ҡайтанан иҫәпләүҙәр уҙғарыласаҡ. Түләүҙәр яңы стандарттарға ярашлы башҡарыласаҡ: субсидиялар 2019 йылдың апреленән, ЕДК 2019 йылдың майынан.

3. Башҡортостан Республикаһының 2017 йылдың 28 декабрендәге ҡарары менән күп балалы аҙ килемле ғаиләләргә 2018 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған өсөнсө йәки артабанғы 3 йәшкә тик-лемге һәр балаға ай һайын аҡса түләү (артабан – ЕДВ) тәртибе хаҡында Положение раҫланды.

ИҒТИБАР ИТЕГЕҘ! Түләү бала тыуғандан алып 12 айға иҫәпләнә, әгәр ҙә бала тыуғандан алып алты ай эсендә мөрәжәғәт иткәндә. Алты ай үткәс мөрәжәғәт иткән осраҡта шунан алдағы алты айҙы ла индереп 12 айға тәғәйенләнә. ЕДВ түләүҙәрен оҙайтыу өсөн 12 айға билдәләнгән түләү тамамланырға бер ай ҡалғанда мөрәжәғәт итергә кәрәк. ЕДВ түләүҙәре тамамланғас, артабанғы айҙа мөрәжәғәт иткән осраҡта пособие мөрәжәт иткән айҙан башлап түләнә.

4. 2017 йылдың 29 декабрендәге 418-ФЗ-һанлы “Балалары булған ғаиләләргә ай һайын түләүҙәр тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, Рәсәй Федерацияһы гражданына айлыҡ түләүҙәр түбәндәге шарттарҙа билдәләнә: ғаиләнең уртаса йән башына килеме уҙған йылға эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумынан 1,5 тапҡыр кимәлдән артмағанда (2019 йылда Башҡортостан Республикаһы буйынса ул 14328 һум тәшкил итә). Ошоға ярашлы, 9182 һум күләмендәге айлыҡ түләү бала тыуғас, алты айҙан һуңға ҡалмай мөрәжәғәт ителһә, бала тыуған көндән тәғәйенләнә. Башҡа осраҡтарҙа мөрәжәғәт иткән көндән алып тәғәйенләнә.

Айлыҡ түләүҙәр бер йылға тәғәйенләнә. Был ваҡыт үткәс, гражданин тейешле документтар килтереп, түләүҙе бала 1,5 йәшкә еткәнгә тиклем тәғәйенләү хаҡында яңы ғариза бирә.

5. Балаларға айлыҡ пособиелар, күп балалы аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр, айырым категория күп балалы ғаиләләргә айлыҡ пособиелар, ғаиләлә бер юлы ике һәм унан күберәк бала тыуғас, 3 йәше тулғансы ай һайын түләнеүсе балалар пособиеһы, айырым категория граждандарға социаль пособиелар ғариза биргән айҙы ла индереп, 12 айға, торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә субсидия ғариза биргәндән һуң 6 айға тәғәйенләнә. Ошоноң менән бәйле түләүҙәр туҡтатылған осраҡта граждандарҙы социаль ярҙам алыр өсөн ғариза бирергә килергә саҡырабыҙ.

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса БР Халыҡты социаль яҡлау үҙәге дәүләт ҡаҙна учреждениеһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса филиалында (Карл Маркс урамы, 103-сө йорт) 2019 йылдың мартынан 1 июненә тиклем дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома, йома көндәрендә 9.00-дән 13.00 сәғәткәсә, шаршамбыла 8.00-дән 13.00 сәғәткә тиклем (телефондар: (3473) 25-08-46, 25-09-07, 25-02-07, 25-67-64) граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола.

Ерләүгә социаль пособие юллау һәм белешмәләр биреү буйынса граждандарҙы ҡабул итеү: дүшәмбе, шишәмбе, кесе йома 9.00-18.00, шаршамбы – 8.00-19.00, йома 9.00-14.00 сәғәткә тиклем, төшкә туҡтамайынса.

Филиал күрһәткән социаль ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт Стәрлетамаҡ ҡала округының рәсми сайтында: www.sterlitamakdm.ru; дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында: www.gosuslugi.ru; Башҡортостан Республикаһы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталында: www.pgu.bashkortostan.ru; БР Хеҙмәт министрлығының рәсми сайтында: www.mintrudrb.ru.; rcspn. mintrudrb.ru. интерактив онлайн-консультант һәм субсидия онлайн-калькулятор файҙаланырға мөмкин.

Дәүләт хеҙмәттәренең төбәк порталында (https://gosuslugi. bashkortostan.ru/) әлеге ваҡытта социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү өсөн ғаризаларҙы электрон төрҙә биреү мөмкинлеге булдырылған.

Сиратта оҙаҡ көтөп тормаҫ өсөн 25-15-72 телефоны буйынса белгестәргә алдан яҙылып була.

Республика Күп функциялы үҙәк ДАУ-ы халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса граждандарҙы түбәндәге адрестар буйынса ҡабул итә: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71, Хоҙайбирҙин урамы, 83.

Ғәле ШАҺИМОРАТОВ,

филиал директоры.


Читайте нас: