Эшсе-шағир менән осрашыу сараһында туғандары, яҡындары, ижадташ дуҫтары менән бер рәттән уҡыусылар ҙа байтаҡ булды. Фойела үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре әҙипкә арналған күргәҙмә ойошторған. Сәхнә түрендә лә стендтар урын алған. Юбилей кисәһен алып барыусы район мәҙәниәт һарайы артисткаһы Эльвира Насирова: “Бөгөн районыбыҙҙа Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған әҙәбиәт һәм мәҙәниәт дуҫлығы байрамы. Ижад кисәһен ойоштороусы шағир, журналист, хеҙмәт ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ғәли Ибраһимов исемендәге әҙәби премияһы лауреаты, байтаҡ китаптар һәм йырҙар авторы, яҡташыбыҙ Кәрим Булат. Кәрим ағай республикабыҙҙың тарихы хаҡында китап яҙып баҫтырған, был кисәне ул “Хәҡиҡәт эҙләгәндә” тигән китабының презентацияһы тип нарыҡлай. Автор китабына ни өсөн шул исемде биреүен кисә барышында аңлатыр”, тигән һүҙҙәр менән асып ебәрҙе. Яҙыусының тормош юлына һәм эшмәкәрлегенә байҡау яһаны. Кәрим Булатты юбилейы менән ҡотларға һәм китабының исем туйын уртаҡлашырға килеүселәр күп ине был көндө.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов юбилярҙы ҡотлап, Рәхмәт хаты һәм бүләк, район мәҙәниәт бүлеге исеменән мәҙәниәт һарайы директоры Таһир Тимерхан улы Искәндәров тәбрик һүҙҙәрен еткереп, бүләк тапшырҙы.Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Ғимрани ижадташ дуҫын ҡотланы. Үткән быуат аҙағында Стәрлетамаҡта “Аманат” башҡорт халыҡ үҙәген етәкләгән, кисәне
ойоштороусы Хәннән Вәлиулла улы Ишмырҙин да дуҫын матур теләктәр әйтеп бүләкләне.
Кәрим Булат үҙенең “Ҡыш тыуғанмын” шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Артабан Кәрим Булатты энеһе Ниязбай Сәлимов тәбрикләне.
-Бөгөн Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгән бер мәлдә Ғафури районында шундай күркәм байрам бара икән, ул күп нәмә хаҡында һөйләй. Ағайыма килгәндә, шул хаҡта йыш уйланам: ни өсөн бер ғаиләнән ике ижад кешеһе сыҡҡан, икебеҙ ҙә ғүмер буйы ул – Стәрлетамаҡта, мин – Ғафуриҙа, Өфөлә милләтем тип айҡашабыҙ? Артыбыҙҙан арҡаҙаштарыбыҙҙы тартабыҙ, этәйбеҙ һәм беҙ бергә? Бөтәһе лә ғаиләнән килә, инәйем дә, атайым да бик рухлы кешеләр булды. Әлбиттә, барыһы ла рухҡа бәйле. Әхмәтзәки Вәлиди ҙә бит Башҡортостан еренән киткәндә башҡорт халҡына хушлашыу хаты яҙғанда, өс нәмәне – телде, динде һаҡлағыҙ, милли кадрҙар әҙерләгеҙ, тигән. Әлеге кисә үткән Красноусол башҡорт гимназия-интернатын булдырыу өсөн заманында бик ҙур көс һалынды һәм бөгөн шөкөр итәбеҙ, гимназия кадрҙар тимерлеге, уның кисәге уҡыусылары Башҡортостаныбыҙҙың төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләп йөрөй. Бөгөнгө осрашыу уҡыусылар күңелендә рух сатҡыһы балҡытһын, яҡты киләсәк теләйем, Башҡортостаныбыҙ йәшәһен, - тигән һүҙҙәр менән тамамланы үҙенең сығышын Ниязбай Булатбай улы.
“Ғафури табындары” ойошмаһының идара рәйесе, йәмәғәт эшмәкәре Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин телмәр тотоп:
- Кәрим Булатты беҙ балалар яҙыусыһы тип тә, шағир, журналист итеп тә беләбеҙ, ә шулай ҙа уны ялҡынлы публицист тип атау дөрөҫөрәк булыр ине, сөнки ул үҙенең фекерҙәрен, шиғыр юлдарына һыйып бөтмәгәндәрен ошонда күсереп, матур-матур публицистик әҫәрҙәр ижад итте һәм башҡорт публицистикаһына үҙ өлөшөн индерҙе. Уның эшсе лә, бер үк ваҡытта шағир ҙа булыуына көнләшеп тә ҡуям, сөнки ул бер кемдән дә ҡурҡмай, уның эшләп алған аҙығы бөтөнләй икенсе урында, шуның өсөн дә үҙенең фекерен бер ваҡытта ла йәшермәйенсә, туранан-тура, асыҡтан-асыҡ бөтәһен дә ярып әйтә алды. Ағалы-энеле Ниязбай менән Кәрим Булаттар ысын мәғәнәһендә милләтебеҙҙең биҙәге, милләтебеҙгә өлгө булып торған кешеләр, икеһе лә Табын ырыуы башҡорттары. Табын ырыуы - башҡорт ырыуҙарының иң эреһе, бынан 200 йыл элек тә һәр дүртенсе башҡорт ошо ырыуҙан булған, бөгөнгө көндә лә шулай. Шуға ла үҙегеҙҙең кем икәнегеҙҙе онотмағыҙ, үҙебеҙҙең тыуған Башҡортостаныбыҙҙа ғорур атлап йөрөгөҙ, - тине һәм Кәрим Булатҡа киләсәктә лә үҙенең эшен ташламауын, дауам итеүен теләп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова аҫыл таштың аҫыллығы күренә ҡояш төшһә, аҫыл ирҙең аҫыллығы табыла ғәмәл эштә тип, Кәрим Булатҡа ғәмәл эштәрҙең матур булыуын, яңы ижади үрҙәр, ижад ҡомары теләне.
Артабан ижад кисәһенең сираттағы ҡунаҡтары – Яугилде ауылынан Лилиә менән Валерий Миниязовтар юбилярға ауылдаштары исеменән йәнтөйәгенең сәләмдәрен, тәбрик һүҙҙәрен шиғыр юлдары аша еткерҙеләр.
Шағирҙың көйгә һалынып, моңға сорналып торған шиғырҙарына бик күп йырҙар ижад ителгән. Кисәгә Кәрим Сәлимовтың Стәрлетамаҡтан килгән ижадташ дуҫтары, ҡала һәм республика конкурстары лауреаты, композитор Искәндәр Вәлли уның “Торналар оса”, “Тыуған көн” шиғырҙарына яҙылған йырҙарының премьераһын тәҡдим итте, Мират Хәкиев Кәрим Булаттың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы, Вәсилә Мусина-Халиҡова “Һағышланам” йырын башҡарҙы.
Химзаводта эшләһә лә, матбуғатҡа, шиғриәткә, әҙәбиәткә хеҙмәт иткән, тыуған иле, еренең киләсәге өсөн янып эшләгән һәм йәшәгән, ижад иткән, көслө лә, рухлы ла, аҫыл ил ағаһы Кәрим Булаттың үҙенә һүҙ бирелде.
- Быйыл Башҡортостандың 100 йыллығы, октябрҙә шиғриәт һәм әҙәбиәт аҡһаҡалы Мостай Кәримгә – 100 йәш, март айында Ниязбай һәм Рәхим туғандарымды һәм мине яҡты донъяға тыуҙырған әсәйебеҙ Нәфисә Мостафа ҡыҙына – 100, атайыбыҙ Булатбайға 105 йәш булыр ине. Уларҙың Хәтер кисәһен үткәрергә насип булһын ине, тигән теләктәмен. Башҡортостандың юбилейы уңайынан яҙылған “Хәҡиҡәт эҙләгәндә” тигән китабымды ҡәҙерле кешеләремдең һәм Стәрлетамаҡта башҡорт мәҙәниәтен тергеҙергә яҡты эҙҙәр ҡалдырған дуҫтарымдың яҡты рухтарына бағышланым. Сәмләнеп яҙҙым, ул тарихи очерктарҙан тупланды, һүрәтләнгән факт-тар уйлап сығарылманы, тарихи китаптар уҡыным, Интернетта ултырҙым, архивта эҙләндем, тормошто күҙәттем, хатта үҙәк телевидение тапшырыуҙарынан мәғлүмәт алдым, хәтеремдән юйылмаҫ тормош ауырлыҡтарын, ваҡиғаларын һүрәтләнем. Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһында Аҡһаҡалдар ҡоро ойошторҙоҡ. Мине ҡор башы итеп тәҡдим итеүселәрҙең береһе – Хәннән Вәлиулла улы булды, ышанысығыҙ өсөн рәхмәт, - тине К.Сәлимов. –Ҡорҙоң һәм уның программаһының маҡсаты – тарихи ғәҙеллек урынлаштырыуҙа ҡалаға һәм Башҡортостанға, башҡорт милләтенә хеҙмәт итеү, уның Әхмәтзәки Вәлиди, Муса Мортазин, Мөхәмәтша Буранғолов кеүек батырҙарына һәйкәл ҡуйҙырыу, ҡала урамдарына тарихи башҡорт шәхестәре онотолмаһын өсөн бер туған Ҡарамышевтар, Шәйхзада Бабич, Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тигән исемдәр биреүҙе юллаясаҡбыҙ. Башҡорттарҙың рухын күтәреү һәм туған телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөбөҙҙө индереү төп бурысыбыҙ. Тыуған районымдың башҡорт йәмәғәтселегенә лә кәңәштәр менән килдем. Район үҙәгендәге урамдарҙың береһенә күренекле яҙыусы Кәбир Аҡбашевтың исемен биреүҙе юллау, Красноусол башҡорт гимназияһында районыбыҙҙың әҙәбиәтселәренә бағышланған музей булдырыу зарур. Был ижад кисәһен ойоштороуҙа ярҙам итеүселәргә, ҡотлаусыларға, йырҙарымды йырлаусыларға ҙур рәхмәт, - тип һүҙен йомғаҡланы юбиляр.
Кәрим Булат килгән ҡунаҡтарҙы буш ҡул менән ҡайтарманы – үҙенең яңы ғына донъя күргән “Хәҡиҡәт эҙләгәндә” китабын бүләк итте. Был күркәм саранан барыһы ла матур тәьҫораттар һәм рухи аҙыҡ алып таралышты.