Акцияны “Миләшкәй” балалар баҡсаһында “Бала саҡ” аллеяһын ултыртып район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре башлап ебәрҙе. Аллеяға тәүге ағасты районға эш сәфәре менән килгән БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Владимирович Полстовалов ултыртты. Ҡояш рәүешендә ултыртылған 30 төп миләш ағасы үҫентеһе һәм уның нурҙары – 40 төп шыршы киләсәктә тирә-яҡты йәмләп үҫеп китер тигән теләктә ултыртылды улар.
Красноусолдағы 1-се мәктәп коллективы ла өмәгә әүҙем сыҡты. Улар “Йәшлек” паркында “Сығарылыш класс уҡыусылары” аллеяһына ҡайын ағастары ултыртты. Коммунистик урамында Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән йәшел шыршылар, ветстанция биләмәһендә - алмағастар һәм зәңгәр шыршылар, ә Ташлы ауылына киткән юлда мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ултыртҡан 100 төптән ашыу миләш һәм шыршы ағастары үҫәсәк. “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы, Көгөш йылғаһы ярында, Красноусолға ингән урында, шулай уҡ райондың бөтә ауыл биләмәләрендә лә йәш аллеялар йәшел урман булып шаулаясаҡ.