Өмәгә ауыл халҡы ла дәррәү сыҡты. Шулай уҡ мәҙәниәт йорто, китапхана, ветстанция хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Иң йәш ағас ултыртыусы 9 йәшлек Азат Нәзиров булды. Ул атаһы Рәзил Рәсүл улы менән иҫтәлеккә үҙҙәренең ағасын да ултыртты. Күмәкләгән яу ҡайтарған тигәндәй, 25-ләгән кеше 500-гә яҡын йәш шыршы үҫентеләрен тиҙ арала ултыртып та ҡуйҙы. Алдағы көндәрҙә ағас ултыртыу Байымбәт, Бурлы ауылдарында планлаштырылған, ағас үҫентеләре алынған.