+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Май 2019, 13:20

Янғын һүндереүсе – йәмғиәткә фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе 2

Янғын һағы хеҙмәте Рәсәйҙә бынан 370 йыл элек ойошторола. Был хеҙмәт эйәләренең төп бурысы булып кешеләрҙең ғүмерен һәм мөлкәтен, йорттарҙы, производство һәм социаль объекттарҙы янғындан һаҡлау тора. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарамағына күсерелгәс, улар иңенә тағы ла яуаплыраҡ бурыс – кешеләрҙе ҡотҡарыу хеҙмәте лә өҫтәлде. Был тәңгәлдә 74-се янғын часы янғын һүндереүсе-ҡотҡарыусылары һынатмай, ике бурысты ла берҙәй намыҫ менән үтәй. Традицияға ярашлы, 30 апрелдә янғын һүндереүселәр үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан “Башҡортостан Республикаһы буйынса 14-се ФПС отряды” Федераль дәүләт учреждениеһының 74-се янғын часы начальнигы Вадим ОТМАХОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

- Вадим Владимирович, районда йыл башынан янғындар менән бәйле хәл-торош хаҡында әйтеп үтһәгеҙ ине.

-Йыл башынан район биләмәһендә 36 янғын осрағы теркәлде. Уҙған йыл менән сағыштырғанда уның һаны күберәк булды, әммә бәхеткә күрә, үлем осраҡтарының әҙ, йәғни 1-әү (былтыр 5-әү ине) генә булыуы һөйөндөрә. Әлбиттә, был һандар әлеге ҡоро мәлдә янғынға ҡаршы ҡағиҙәләрҙе тейешенсә үтәмәгәндән, йәғни һаҡһыҙлыҡтан ҡоро үләнгә ут ҡабыу һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғындарҙы ла иҫәпләгәнлектән, артығыраҡ килеп сыҡты. 12 апрелдә ҡоро үлән янып китеүҙең – 2, 13 апрелдә 6 осрағы теркәлде. Был ҡурҡыныс һәр кемде һағалап ҡына тора, шуға ла уяу һәм һаҡ булырға кәрәк.

- Янғын һүндереүсенең эше элеккенән айырыламы?

- Бигүк айырма юҡ. Янғын сығыуы хаҡындағы хәбәрҙе диспетчер ҡабул итеү менән оператор уның урынын, күләмен, ниндәй категорияға инеүен асыҡлай. Һәм был урынға бер йәки бер нисә машина– автоцистерна оҙатыла. Янғын һүндереүселәр һанаулы секундтар эсендә махсус кейемдәрен кейеп, тиҙүк машинаға ултырып янғын урынына юлланырға тейеш. Барыһы ла уларҙың был урынға барып етеү тиҙлегенә бәйле, шул иҫәптән кеше ғүмере лә. Шуға ла был мәлдә иғтибарлылыҡ, етдилек талап ителә.

- Коллективығыҙ хаҡында ни әйтерһегеҙ?

- Беҙҙең янғын һүндереүселәр-ҡотҡарыусылар хеҙмәте коллективы 30 кешене берләштерә. Барыһы ла квалификациялы, тәжрибәләре лә етерлек. Араларында яңы эш башлаусылар ҙа бар. Эшкә ҡабул итеүгә ҡәтғи талаптар ҡуйыла. Бына, мәҫәлән, диспетчерҙы эшкә алғанда, уның компьютерҙы белеүе генә етмәй, ә “112” номерына шылтыратыуҙарҙы дөрөҫ итеп ҡабул итә, яуап бирә белеүе лә шарт. Ә водитель булып эшкә урынлашырға теләүсегә кәмендә 5 йыл водитель стажы кәрәк һәм башҡа талаптар ҙа бар. Хеҙмәтебеҙ янғын һүндереү менән генә сикләнмәй, кешеләрҙе ҡотҡарыу ҙа беҙҙең иңдә.

Кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, тотороҡлолоҡ һаҡлана. Коллективта оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға китеүселәрҙең урыны йәштәр менән тулыланып тора. Былтыр 35 йылдан ашыу хеҙмәт стажлы диспетчер Л.Ф.Панкратьеваны - 55, 18 йыл янғын һүндереү автомашинаһы водителе булып эшләгән Н.С.Никитинды 60 йәше тулыу уңайынан пенсияға оҙаттыҡ. Былтыр водитель менән янғын һүндереүсене, быйыл иһә водитель менән диспетчерҙы эшкә ҡабул иттек. Водитель Радик Йосопов яңы эш башланы. Беҙҙә хеҙмәт баҫҡыстары буйлап күтәрелеү өсөн мөмкинлектәр бар. Бына, мәҫәлән, Андрей Трофимов янғын һүндереүсе булып эшкә килгәйне, профиль буйынса БДУ-ны тамамлап, юғары белемгә эйә булғас, ҡарауыл начальнигы вазифаһына үрләтелде. Иң ҙур стажға эйә булыусыларҙан: бүлексә командиры Г.А.Рассолеевты (20 йыл эшләй), янғын һүндереүселәр С.А.Бусыгин (18 йыл), А.Г.Курбатов (22 йыл), С.М.Саранцев (19 йыл), ҡарауыл начальнигы Д.В.Федоров (20 йыл), водитель М.Ә.Ғәйфуллинды (16 йыл) билдәләп үтергә кәрәк. 10 хеҙмәттәшебеҙ хаҡлы ялда. Улар араһында иң олпат йәштәгеләре: Хәлиулла Лотфулла улы Зәйнуллин, Мөхәррәм Әғзәм улы Мөлөков, Рәмил Ғилман улы Сәйфуллин, Виктор Михайлович Панкратьев, Алексей Алексеевич Рогожин. Әлбиттә, традицияны дауам итеп, 370 йыллыҡ юбилей датаһын 30 апрелдә район мәҙәниәт һарайында ҙурлап, байрамса итеп уҙғарырға планлаштырабыҙ. Янғын һағы хеҙмәтенең уңғандары миҙалдар, һәр кимәлдәге Маҡтау грамоталары менән бүләкләнәсәк.

- Матди-техник базағыҙ ниндәй хәлдә?

-Гарнизондың автопаркында автоцистерналы ике “Урал” һәм бер “ЗИЛ” (резервта) автомашиналары урынлашҡан. Барыһы ла кәрәк-яраҡ менән тулыһынса йыһазландырылған, әммә ра-йон үҙәгендә күп ҡатлы йорттар төҙөлөүен иҫәпкә алғанда 3 ҡаттан да юғарыраҡҡа күтәрелерлек автобаҫҡыслы булыу теләге менән янабыҙ. Былтыр автоцистернаға капиталь ремонт уҙғарылды.

- Вадим Владимирович, ауылдарҙағы ирекле янғын һүндереү командалары эшмәкәрлеге нисек?

- Районыбыҙ ауылдарында барлығы 15 муниципаль ирекле янғын командаһы эшләп килә, ҡайһыларында янғын һүндереү машиналары, шулай уҡ мотопомпалар бар. Техника муниципаль берәмектәр ҡарамағында, бигүк яңы ла түгел, үҙ көсөбөҙ менән аяҡҡа баҫтырабыҙ. Сәйетбаба ауыл биләмәһендә “Урал-375” базаһындағы янғын һүндереү автомашинаһын ремонтлау бара. Шулай уҡ Еҙем-Ҡаранда “ЗИЛ” базаһындағы автомашинаны йүнәтеү планлаштырыла. Һәр бер ауыл биләмәһендә лә берәр янғын һүндереү машинаһы булдырыу өсөн тырышабыҙ. “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһына ярашлы, Имәндәш ауыл биләмәһендә “УАЗ” базаһында янғын һүндереү автомашинаһы һатып алырға планлаштыралар. Республика программаһы бу-йынса Сәйетбаба һәм Аҡкүл ауыл биләмәләренә янғын һүндереү техникаһына һыу һауыттары алып биреү күҙаллана.

- Алда тағы ла ниндәй пландар бар?

- Ниһайәт, “БР-ҙа 2030 йылға тиклем янғын һағының үҫеш стратегияһы” республика программаһына ярашлы, Красноусолда күптән көтөлгән янғын часының типовой бинаһы төҙөлөшө башланасаҡ. Ул 2020 йылға планлаштырылған, урыны - иҫке телевышка янында. Был программа сиктәрендә шулай уҡ янғын һүндереү автобаҫҡысы ла ҡайтарылырға тейеш.

- Һөнәри байрамығыҙ – Рәсәйҙә янғын һағы барлыҡҡа килеүҙең 370 йыллығы уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?

- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, ветерандарыбыҙҙы, Дәүләт янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү хеҙмәте бүлексәһен (етәксеһе - Илгиз Ардаширов), уларҙың ғаиләләрен юбилей - Янғын һағы хеҙмәтенең 370 йыллығы менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Ныҡлы сәләмәтлек, именлек, хеҙмәт уңыштары теләйем. Бынан ары ла уяулыҡты юғалтмай, намыҫлы һәм ҙур яуаплылыҡ менән эшләрбеҙ, барыбыҙға ла “ҡоро еңсәләр” тигән теләктә ҡалам.

-Беҙ ҙә һеҙҙең ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән, янғын һүндереүселәр!


Читайте нас: