+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Май 2019, 16:14

Таҙа булһын һулар һауа, эсәр һыу

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 7 майындағы “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” Указында илдә тормошҡа ашырыласаҡ 12 милли проекттың береһе тирә-яҡ мөхиттте һаҡлауға арнала.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә республикабыҙҙа ете проект тормошҡа ашырыла. Улар араһында “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Урмандарҙы һаҡлау” һәм башҡалар бар.

2019 йылдан башланған сүп-сар реформаһы 2024 йылға тиклем илдә бөтә законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Был маҡсатта 4 трлн һум финанс сығымдар көтөлә.

Ғафури районында ла яңы реформа буйынса күп эштәр эшләнә. Бөтә 16 ауыл биләмәһендә лә ҡаты ҡалдыҡтар йыйыу урындары эшләнде, контейнерҙар һатып алынды. “Эко-Сити” төбәк операторы билдәле графикка ярашлы йыйылған сүп-сарҙы килеп ала. Ауыл биләмәләрендәге санкцияланмаған сүплектәр бөтөрөлөп, район үҙәгендәге полигонға ташыла.

Республикала һыуҙың сифаты тейешле талаптарға яуап бирмәгән урындарҙың күп булыуы сәбәпле “Таҙа һыу” проекты тормошҡа ашырыла. Алдағы ике йылда республика тәүге тапҡыр һыуҙың сифатын яҡшыртыуға һәм эсәр һыу менән тәьмин итеү объекттарын реконструкциялауға 1,1 млрд һум ярҙам аласаҡ.

Райондың социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына Красноусолда күптән хәл итеүҙе талап иткән проблема - биологик таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу һәм башҡа эштәр индерелгән.
Читайте нас: