+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Май 2019, 16:17

Яҡшы юлдар – йәшәү кимәле күрһәткесе

Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе – урындағы һәм федераль ҡулланылыштағы юлдарҙы реконструкциялай.

Мәскәүҙә үткән “Рәсәй транспорты” форумында төбәк башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтан алып көньяҡҡа киткән ике һыҙатлы юлды киңәйтеү – иң мөһим тема, тип билдәләне. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы комитетында белдереүҙәренсә, Башҡортостанда киләһе алты йылда 600 яҡын ауылда илтеүсе 6 мең км оҙонлоҡтағы юлды төҙөкләндереү бурысы тора.

“Хәүефһеҙ юлдар һәм сифатлы автомобиль юлдары” проектына федераль бюджеттан 5,2 млрд һум, юлдарҙы тәртиптә тотоуға һәм төҙөкләндереүгә республика бюджетынан 17 млрд һум бүленә. Юл мәсьәләһенең мөһим өлөшө – республиканың ҡала һәм райондарын тоташтырған төп трассаларҙы ремонтлау. Мәҫәлән, “Өфө – Ырымбур” юлын төҙөкләндереләсәк, уның Стәрлетамаҡты урап үткән өлөшө 4 һыҙатлы итеп киңәйтеләсәк. Юлдарҙы ремонтлау юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусыларҙың һанын 2017 йыл менән сағыштырғанда 3,5 тапҡырға кәметергә тейеш.

Ғафури Юл төҙөү-ремонлау идаралығы начальнигы З.М.Хафизов әйтеүенсә, районда 178 км асфальт япмалы юл теркәлгән. Әлеге көндә соҡорҙарҙы ямау эштәре әүҙем бара. Район буйынса 550 кв.м., Красноусолда 121 кв.м участокта төҙөкләндереү башҡарыласаҡ. Башҡа ауылдарҙа ла был эш дауам итә. Юлдарға ҡырсынташ түшәү, юлдарҙы киңәйтеү эштәре алып барыла.
Читайте нас: