БР Урман хужалығы министрлығында республика райондарының административ үҙәктәре эргәһендә дөйөм майҙаны 400 гектарҙан ашыу 120 урман участкаһы һайлап алынған. Бер миллион 600 меңдән ашыу үҫенте ултыртыу күҙаллана. Быйыл бөтәһе 7 мең гектарҙан ашыу майҙанда йәш ағастар ултыртыла.
Айлыҡ барышында 27 апрелдә «Ағас ултырт - ғүмер бүләк ит!» девизы аҫтында «Йәшел Башҡортостан» берҙәм республика акцияһы үтте.
Ағас ултыртыу өсөн тағы бер дата билдәләнгән - 18 май. Урман хужалығы министрлығында ағас ултыртыуҙың интерактив картаһы эшләй башланы. Ирекмәндәргә айырым участкалар бүленгән. Картала һәр райондағы ойоштороусылар тураһында ентек-ле мәғлүмәт, уларҙың бәйләнеш телефоны баҫылған. Теләгән һәр кем акцияла ҡатнаша һәм ағас ултырта ала. Бының өсөн картала урын һайлап, шунда барырға кәрәк.