+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 17:06

Бөйөк Еңеү Байрамы көнөндә

Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы айҡанлы район үҙәгендә төрлө саралар уҙғарыу ҡаралған.

“Үлемһеҙ полк” акцияһы, тантаналы митинг

9 Майҙа “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашыусылар 09.00 сәғәттә Красноусол башҡорт гимназия-интернаты эргәһендә йыйыла.

10.00 сәғәттә район хакимиәте бинаһы ҡаршыһындағы майҙанда хәрби техника парады, тантаналы митинг, Мәңгелек утҡа сәскәләр һалыу, 11.00 сәғәттә байрам концерты була.

Спорт ярыштары

9 Майҙа йылдағыса Красноусол ауылы урамдары буйлап еңел атлетика эстафетаһы үтә. Уға старт 11.00 сәғәттә бирелә. Эстафетала мәктәп уҡыусыларынан тыш хеҙмәт коллективтары командалары ла ҡатнаша. 12.00 сәғәттә Красноусол башҡорт гимназия-интернатында һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол турниры, 12.00 сәғәттә “Йәшлек” ял паркында - футбол, 13.00 сәғәттә Красноусолдағы 1-се һәм 2-се урта мәктәптәрҙә урам баскетболы (стритбол) буйынса район турнирҙары үтәсәк. 15.00 сәғәттә ирҙәр командалары араһында гимназия-интернатта волейбол ярышы башлана.

Күңел асыу саралары

Ошо уҡ көндө 20.00 сәғәттә район хакимиәте алдындағы М.Ғафури исемендәге майҙанда киске күңел асыу программаһы башлана. Унда район мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры, 21.00 сәғәттә "Перевал" вокаль-инструменталь ансамбле сығыш яһай. 22.00 сәғәттә йәштәр өсөн концерт-дискотека, 23.00 сәғәттә Еңеү салюты була.


Читайте нас: