+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 16:34

Беҙ тағы ла яҡшыраҡ эшләнек!

Республика буйынса ағас ултыртыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү акцияһына Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе халҡы ла берҙәм ҡушылды.

Еҙем-Ҡарандағы М.Ғафури паркы янына бөтә ойошмаларҙан, тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған кеше умарта күсе кеүек гөжләп торҙо. Парк ҡаршыһында юл аша сүплек, кесерткән баҫҡан ялан алдан таҙартылып, шыршы үҫентеләре ултыртылды. Дәртле музыка аҫтында ҡыҙыу эш башланды: ир-егеттәр соҡор ҡаҙыу менән мәшғүл булһа, йәштәр парктағы шишмәнән һыу ташыны.

Ауылыбыҙҙың имам-хатибы өмәселәрҙе тәбрикләп, изге эшкә фатиха бирҙе.

- Ултыртҡан ағастарыбыҙ шаулап үҫһен, киләсәк быуындарға беҙҙән мираҫ булһын, - тине Баян хәҙрәт Хәсәнов.

Ауыл хакимиәте башлығы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова байрам менән ҡотлап:

- Хөрмәтле ауылдаштар! Бөгөнгөләй берҙәм, рухлы булайыҡ, йәшәгән төйәгебеҙҙә таҙалыҡ, тәртип, матурлыҡ булдырыу үҙебеҙҙән тора. Йәшел шыршыларыбыҙ ауылыбыҙға йәм биреп үҫеп китер, тимәк, тормош дауам итә...

Эш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһының водителе Айрат Әхмәтйәнов, Рәвил Ғәлиәскәров, Илшат Әхмәҙуллин, Раил Шәмсетдиновтар менән баш табип Рафаил Хәсәнов етәкселегендә йәш ағастарҙы Яҡтыкүлдән ташып өлгөртөп торҙолар.

“100 йыллыҡҡа - 100 ағас” акцияһын арттырып үтәп, беҙ тағы ла яҡшыраҡ эшләнек – 267 төп шыршы ултырттыҡ. Бигерәк тә дауахана, мәҙәниәт, ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ауыл халҡы әүҙем булды. Бынан тыш, һәр бер ауылда өмәселәр төштән һуң үҙҙәрендә ағас ултырттылар, 20 уҡытыусы Юлыҡ ауылына ярҙамға барҙы.

Эш тамамланғас, Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы өмәселәргә ысын күңелдән рәхмәт әйтте, алдағы өмәләрҙә лә әүҙем булырға саҡырҙы. Сираттағы өмәлә һәр ауылда зыяраттарҙы таҙартыу һәм ағас ултыртҡан майҙанды кәртәләп алырға хәл ителде. Өмәселәр үҙҙәренең эштәренән ҡәнәғәт булып таралышты.


Читайте нас: