+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 16:30

Чернобылселәр осрашты

1986 йылдың 26 апрелендә Чернобыль атом электр станцияһында булған ҡот осҡос һәләкәткә 33 йыл ғүмер үткән. Был фажиғә ҡаза ғына килтереп ҡалманы, күпме кеше радиацияға дусар булды. Нурланыу бер кемде лә аяманы, уның эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең күбеһе йәшләй генә мәрхүм булды. Иҫән ҡалғандарының да сәләмәтлеге шәптән түгел. Беҙҙең райондан да радиация аварияларын бөтөрөүҙә 24 кеше ҡатнашып, шуларҙың 11-е гүр эйәһе булһа, 13-ө иҫән-һауҙар.

Һәр йылдағыса, быйыл да 26 апрелдә район үҙәгендә Радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандарын (чернобылселәр) иҫкә алыу көнө уңайынан тантаналы сара уҙҙы. Унда авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар һәм мәрхүмдәрҙең тол ҡатындары саҡырылғайны. Сара былтыр Красноусолдағы Хәтер Аллеяһында инвалидтарҙың “Чернобыль “Союз” республика башҡорт төбәк йәмәғәт ойошмаһы барлыҡҡа килеүҙең 25 йыллығы айҡанлы чернобылселәргә асылған һәйкәлгә ҡыҙыл ҡәнәфер сәскәләре һалыуҙан башланды. Артабан осрашыу район хакимиәтенең тамаша залында дауам

итте. Хакимиәттең эштәргә идара итеүсеһе Рим Әлмөхәмәтов ра-йон хакимиәте башлығы исеменән һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, ниндәй генә мәсьәләләр килеп тыуғанда ла, мөрәжәғәт итеүҙәрен теләне, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәктәрен белдерҙе. Районыбыҙҙың чернобылселәр ойошмаһы рәйесе Ирина Дмитриева йыйылыусыларҙы борсоған һорауҙарға аңлатма-яуаптар бирҙе, шулай уҡ юбилейҙарын билдәләгән чернобылселәр Ғәзиз Мөхәмәтйәновҡа, Фәрғәт Яҡуповҡа һәм мәрхүм чернобылсенең тол ҡатыны Ғәлимә Ғәйнетдиноваға Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Чернобылселәрҙең сәләмәтлеген күҙәтеүгә

яуаплы булған үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһының табип-терапевы Максим Никитин аңлатмалар бирҙе. Сарала ҡатнашыусылар бер минут тын ҡалып мәрхүмдәрҙе иҫкә алдылар. Сара һуңында һәр кем район хакимиәте әҙерләгән бүләк-йыйылмалар алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Һәм иҫтәлекле осрашыу “Маркел” кафеһында сәй эсеү менән тамамланды.


Читайте нас: