+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 14:38

Динле халыҡ – бәхетле халыҡ

Бисмилләһир-рахмәәнир-РахиимҮссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, ғәзиз мосолман ҡәрҙәштәр!Аллаһ Тәғәләгә ололауҙарыбыҙ һәм маҡтауҙарыбыҙ булһын! Шулай уҡ Аллаһтың илсеһе – Мөхәмәт пәйғәмбәрҙең рухына салауаттарыбыҙ, доғаларыбыҙ ирешһен.

лтермәйенсә тороп йәннәткә керә алмаҫһығыҙ. Бер-берегеҙҙе һөймәйенсә тороп иман да килтерә алмаясаҡһығыҙ. Бер-берегеҙгә ҡарата һөйөү хистәрен арттыра торған эште һеҙгә күрһәтәйемме? Арағыҙҙа сәләмде таратығыҙ”, - тигән.

Иманлы кеше изгелек ҡылыуҙан туя белмәҫ, тигән. Изгелекле булып, күңелдәребеҙҙе күркәмләп, йомартлыҡ күрһәтеп йәшәп өйрәнәйек, мосолман ҡәрҙәштәр.

Бер мән үҙен таныһа, Аллаһты таныр.

Иман яланғастыр, уның кейеме - тәҡүәлектер, зиннәте уның - хаялыр, ояттыр, уның емеше - ғилемдер.

Танығыҙ Аллаһты рәхәт, һау-сәләмәт сағығыҙҙа, таныр ул һеҙҙе ауырлыҡ төшкәндә. Кем рәхмәт ҡылмаһа әҙәмдәргә, Аллаһ уға рәхмәт ҡылмаҫ.

Бер мән оялмаһа әҙәмдәрҙән, оялмаҫ Аллаһтан.

Ватанды һөйөү - имандан, һүҙеңдә тормаҡ, вәғәҙәне еренә еткермәк - имандандыр, әҙәплелек, оялсанлыҡ – имандандыр.

Халыҡ мәнфәғәте өсөн рыяһыҙ, ғәмәли хеҙмәткә көстәрен сарыф итеүселәрҙе лә, йүнселдәрҙе лә баһалай белеү дәрәжәһенә өлгәшәһеләребеҙ бар әле. Был да имандан килә. Үпкәләшеүҙән, асыуҙан, көнләшеүҙән, мал өсөн мөкиббән китеүҙән, кенә тотоуҙан, ғәйепте башҡа берәүҙән генә эҙләүҙән, мин-минлектән һаҡланыр кәрәк.

Әҙәми затҡа мейе Уның аҡыл эйәһе булыуын төшөнөргә ярҙам итә. Аҡыл Уға – Раббыһына, Яратыусыһына, Йәшәтеүсеһенә шөкөрана итеү өсөн бирелгән. Кеше эшләгән эшкә һөйөнөп кенә, башҡа берәү яҡҡан усаҡ йылыһына йылынып ҡына, күләгәлә йәшәп кенә рухлы булып булмай ул. Ундайҙар әле бик күп.

Динле халыҡ – бәхетле халыҡ. Дин халыҡтың тыныслыҡта, дуҫлыҡта татыу йәшәү ҡануны, йәшәү рәүеше, иң юғары кимәлдәге Устав. Уның талабын үтәһәк, бер ниндәй талаш та, ыҙғыш та, күрә алмаусанлыҡ та булмаҫ ине.

Ваҡыт-арғымаҡта елдерәбеҙ,

Әкренәйтеп булмай тотоп та.

Әүрәтеп тә булмай алдаштырып,

Туҡтатып та булмай, отоп та.

Бер кемдең дә ерҙә көсө етмәй

Уның етеҙлеген сикләргә.

Уны тотор кәртәләр юҡ,

Һәм шулай уҡ бикләр биктәр ҙә.

Ваҡыт-арғымаҡта елдерәбеҙ,

Ә Хакимы уның – күктәрҙә!

Мосолман ҡәрҙәштәрем! Бары тик бер маҡсат менән, рухи донъябыҙҙы нығытыу менән генә илһамланып йәшәйек.


Читайте нас: