-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 16:27

Егеттәр юллана ил һаҡларға

Билдәле булыуынса, 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу башланды. Һуңғы бер нисә йыл һуҙымында районда “Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы көнө” үткәреү матур йолаға әйләнде. 24 апрелдә район мәҙәниәт һарайында уҙған сараға буласаҡ һалдаттар саҡырылды

Тантаналы сара Геройҙар Аллеяһына сәскәләр һалыу менән башланды. Артабан мәҙәниәт һарайында дауам иткән кисәлә буласаҡ Ватан һаҡсыларына бик күп йылы һәм изге теләктәр әйтелде. Һәр сығышта Тыуған илде һаҡлау – һәр ир-егеттең мөҡәддәс бурысы һәм оло яуаплылыҡ булыуы ҡыҙыл еп булып үтте.

Ил һағына юлланасаҡ егеттәрҙе Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев сәләмләне.

- Хөрмәтле призывниктар, һеҙҙең ғүмерегеҙҙәге бик тә үҙенсәлекле байрам көнө бөгөн, һеҙ, кисәге мәктәп уҡыусылары, студенттар изге бурыс үтәргә, илде һаҡларға китәһегеҙ. Ир-егеттең ғүмерендәге иң мөһим этап – ул әрме хеҙмәтенә саҡырылыу. Конс-титуция буйынса Ватанды һаҡлау – егеттәрҙең мөҡәддәс бурысы. Үҙ-ара аңлашыу, дуҫлыҡ, берҙәмлек булғанда, армияла хеҙмәт итеүҙең бер ауырлығы ла юҡ. Илебеҙҙең Ҡораллы Көстәре сафына баҫыуҙы объектив ваҡиға тип ҡарарға кәрәк. Армияла хеҙмәт итеүҙең һис шикһеҙ, алдағы тормошоғоҙҙа кәрәге тейәсәк. Ул маҡтаулы бурыс, етди батырлыҡ һәм тормош мәктәбе, заманса ҡорал менән эш итеү. Районыбыҙ егеттәре бығаса хәрби бурысҡа ҙур яуаплылыҡ менән ҡараны һәм бынан ары ла шулай булып ҡалһын. Элекке атай-олатайҙарығыҙҙың данлы тради-

цияларына, ғафуриҙар намыҫына тап төшөрмәгеҙ, бер йылдан намыҫлы, лайыҡлы хеҙмәт итеп, нығынып, ысын ир-егеттәр булып, иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға яҙһын һеҙгә, - тигән изге теләктәрен еткерҙе Файруз Арыҫлан улы.

Район хакимиәте исеменән йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире Лариса Дәүләтшина, “Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге хәрби хәрәкәттәр ветерандары” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Илфат Закиров, хәрби хәрәкәттәр ветераны Андрей Мигунов та Ватанға хеҙмәт итеүҙең мөһимлеген билдәләп, имен йөрөп, тыуған яҡҡа иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләнеләр.

Тыуған ил алдындағы бурысын үтәргә оҙатыласаҡ егеттәргә район мәҙәниәт һарайы артистары һәм коллективтары ҡатнашлығындағы бай йөкмәткеле концерт ҙур бүләк булды.

Яҙғы саҡырыуҙа районыбыҙ 100-ләп егетте ил һағына оҙата. Ата-әсәләренең, туғандарының ышанысын аҡлап, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтырға яҙһын уларға.


Читайте нас: