+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 14:14

Изгелек айы Рамаҙан

Бөтөн ғаләмде тәрбиә ҡылыусы Аллаһу Сүбхәнәһу үә Тәғәләгә – хәмде сәнә-маҡтауҙарыбыҙ, Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд саллалаһү ғәләйһи үә сәлләмгә күңелебеҙҙең түренән сыҡҡан салауат шәрифәләребеҙ булһа ине. Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәребеҙ һәм Ғафури районы мосолмандары, әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ!

Һеҙҙе Рамаҙан айы башланыуы менән тәбрик итәм! Аллаһу Тәғәлә был изге айҙа мосолмандарға ураҙа тоторға бойорған. Ҡөрьән Кәримдә Баҡара сүрәһенең 183-сө аятында “Эй, иман килтергән кешеләр, һеҙҙән алдағы ҡәүемдәргә фарыз булған кеүек, һеҙгә лә ураҙа тотоу фарыз булды, бәлки һеҙ тәҡүәләрҙән булырһығыҙ. Ураҙа һүҙе “тыйылыу” тигәнде аңлата.”Ураҙа тотҡан кеше таң атҡандан алып ҡояш байығанға ҡәҙәр ашау-эсеүҙән, енси мөнәсәбәттәрҙән тыйылып торорға тейеш.

Әммә ураҙа камил булһын өсөн беҙ шулай уҡ ялған, ғәйбәт, насар һүҙҙәрҙән, насар уйҙарҙан да үҙебеҙҙе тыйырға тейешбеҙ. Сөнки Пәйғәмбәребеҙ (сғв): “Кем ураҙалы була тороп та ялғандан, ғәйбәттән туҡтамай икән, уның ас-һыуһап йөрөүенән бер ниндәй файҙа юҡ,”- тине (Ибн Мәжә). Йәғни үҙен мосолман тип таныған кеше ураҙаны сәләмәтлек өсөн генә йәки ябығыр өсөн генә түгел, ә тәҡүәлеккә ирешер өсөн тоторға тейеш. Ураҙаның маҡсаты – тәҡүә саһибе булыу. Тәҡүәлек ул Аллаһуның ҡушҡан әмерҙәрен үтәү, тыйған хәрәмдәрҙән тыйылыу менән була. Шуға күрә лә ғүмерҙәребеҙҙе заяға-бушҡа үткәрмәйек, Аллаһҡа ҡоллоҡ вазифаларыбыҙҙы үтәйек. Сөнки Аллаһ беҙҙе үҙенә ҡоллоҡ итеү, ғибәҙәт ҡылыу өсөн генә яралтты, был донъяға килтерҙе.

Рамаҙан айында көндөҙөн ураҙала, кистәрен тәрәүих намаҙҙары, зикерҙәр менән, изге ғәмәлдәр менән үткәрәйек.

Рамаҙандың фазыйләте тураһында хәҙистә былай тип әйтелә: “Өммәтемә башҡа айҙа ҡылған бер яҡшы ғәмәл өсөн бер сауап ала, әммә Рамаҙанда иһә Аллаһ бер яҡшы ғәмәл өсөн ете йөҙгә тиклем һәм унан да күберәк әжер бирә. Фарыз ғибәҙәттәрҙең береһе өсөн башҡа айҙарҙа ҡылған етмеш фарыз сауабын, нәфелдәре өсөн иһә башҡа айҙарҙа ҡылған фарыздың сауабын бирә.”

Аллаһу Тәғәлә хәйерле сәләмәтлектәр биреп, Рамаҙан айҙарыбыҙҙы ла, үҙенә муафыйҡ булғанса, изгелектә үткәреүебеҙҙе насип итһә ине, сөнки аҡылдың зәҡәте намаҙ булһа, сәләмәтлектең зәҡәте – ураҙа.

Читайте нас: