+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 14:42

Көнсығыштың бөйөк имамы

Мөхәммәт–Ғәбдел-хәй Ҡорбанғәлиев ХХ быуаттың беренсе яртыһындағы башҡорт мәғрифәтсеһе, күренекле дин, сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Сығышы менән Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы Мәҙиәк ауылынан. Белемде ул ауылындағы, унан һуң Зәйнулла Рәсүлевтың Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә ала. Ә 27 йәшендә саҡта уны мөфтөй Сафа Баязитов Рәсәйҙең Баш мөфтөйө вазифаһына үҙенә алмашҡа әҙерләй башлай. Шул уҡ йылда Ҡорбанғәлиев Петербург округы мосолмандарына етәкселек итә. Киләһе йылдарҙа I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡорол-тайында ҡатнаша.

М.Ҡорбанғәлиевтың исеме 1917-1920 йылдарҙағы башҡорт милли хәрәкәте һәм аҡтарҙың Себерҙәге хәрәкәте һәм эмиграциялағы башҡорттарҙың тормошо менән бәйле.

Ғалимдарыбыҙ белдереүенсә, ул мөхтәриәтте һаҡлау ниәтенән Башҡорт хөкүмәтенең Совет власына ҡушылыуын да ҡабул итмәгән, шунлыҡтан Зәки Вәлиди менән юлдары айырылған. Ул Колчакҡа ярҙам итеүҙе хуп күрә, уны бер нисә тапҡыр осрата ла.

1920 йылда Маньчжурияға күсеп китә. Унда ул мосолмандарҙы берләштереү, башҡорт йолаларын һаҡлау, туған телдә уҡытыу буйынса эшмәкәрлек алып бара, мәсет төҙөтә, мәҙрәсә аса. Уның эшмәкәрлеге менән Ҡытайҙағы япон консулы ҡыҙыҡһына башлай һәм Ҡорбанғәлиевты өгөтләп, һәр төрлө ярҙам вәғәҙә итеп, Японияға күсергә күндерә.

Яңы урында ла туҡтап ҡалмай ул, Мосолмандар ойошмаһы төҙөп, уны етәкләй. 1938 йылдың 12 майында Токиола “Исламиә” мәсетен асып, Японияның тәүге мөфтөйө булып китә, мәҙрәсә астыра. Үҙе иһә Урал-Алтай халыҡтары тарихы тураһында бер нисә китап, Алыҫ Көнсығышта Ҡөрьәнде баҫтыра. “Япон мөхбире” исемле журнал булдыра. Япон һәм башҡорт телдәрендә китап сығарған типография ла асыуға өлгәшә. Японияның тәүге мөфтөйө булып китә.

1945 йылда Япония тар-мар ителгәс, Ҡорбанғәлиевты ла табып, ҡулға алалар. “Революцияға ҡаршы эшмәкәрлеге өсөн” Мәскәүҙә уны 10 йылға хөкөм итәләр. 1955 йылда төрмәнән сыҡҡас, Өфөгә килә һәм бында оҙаҡ та йәшәмәй, үҙенең тыуған яғына – Силәбегә күсенеп, ғүмеренең ахырынаса ошонда йәшәп, 1978 йылда 89 йәшендә вафат була.

Уйлаһаң, иҫ китерлек, батша хөкүмәте башҡорттарға мәғариф өсөн бер тин аҡса бүлмәһә лә, халҡыбыҙ үҙенә кәрәк тиклем интеллигенция кадрҙарын үҙе иҫәбенә әҙерләй алған, донъя кимәленә күтәрелә алырлыҡ ғалимдарын үҫтереп сығарған.

Һәр 20-25 йылдар һайын ҡораллы көрәшкә күтәрелеп еңелһә лә, ҡулынан ергә аҫабалыҡ хоҡуғын ысҡындырмаған Рәсәйҙәге берҙән-бер милләт ул.

(Мәғлүмәттәр Интернеттан алынды).


Читайте нас: