Был мөһим сарала район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге башҡарма комитеты етәксеһе Илдус Ринат улы Йәнешев, 8-се Аҡкүл һайлау округынан район Советы депутаты Айҙар Рафиҡов, “Йәш гвардия” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе ағзалары һәм етәксеһе Айгөл Йәркәева, ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Әнүәр улы Мөхәррәмов, мәктәп хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Ағас ултыртыуҙа геройҙың туғандары 86 йәшлек Сергей Петрович, 81 йәшлек Федор Петрович Ковальскийҙарҙың, Валентина Александровна Аксенованың шатланып, һәр бер ағасты был ергә берегеп үҫеп китһен өсөн еренә еткереп ултыртып йөрөүҙәре оло мәртәбә булды. Улар: “Иң мөһиме – ерҙә тыныслыҡ булһын”, - тип теләнеләр һәм Герой, уның ғаиләһе тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үттеләр.
Йәм-йәшел өс йыллыҡ шыршылар мәктәп эргәһендәге, 1918 йылғы Граждандар һуғышы партизандарына ҡуйылған Мәңгелек дан обелискыһы янына ултыртылды.
- Шәмбе өмәләрендә ауыл старостаһы Валерий Вязовцев ауыл халҡын ойоштороп, ошо тирәне таҙарттырҙы. Буяр ерен буяп, аҡлап та ҡуйҙылар. Киләсәктә ошо мәктәптә уҡыған Геройыбыҙ А.Ф.Ковальскийға (1906-1945) муниципаль ра-йон хакимиәте ярҙамы менән бюст ҡуйырға, был тирәне матурлап кәртәләп, асфальт түшәргә уйлашабыҙ. Бер нисә йылдан үҙегеҙ ултыртҡан был аллеяларҙы килеп күрерһегеҙ әле, - тип, был акцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп үтте Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Р.Ә.Мөхәррәмов.
Шулай уҡ ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге башҡарма комитеты етәксеһе И.Р.Йәнешев был акцияның изге эш, йәштәрҙе тәрбиәләүҙә лә матур өлгө булыуын билдәләп үттеләр.
Йәм-йәшел шыршылар был ерҙә күкрәп үҫеп, батыр даны мәңгелек икәнде күрһәтеп торһон, иҫтәлек булып шаулап-гөрләп, бар тирә-яҡты йәмләп ултырһындар.