+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2019, 16:40

Урман янғындарын булдырмайыҡ!

Барыбыҙ ҙа яҡшы белә – урман ял итеү өсөн иң ҡулай урын. Ул үҙенең матурлығы менән күп һанлы ял итеүселәрҙе, бәшмәкселәрҙе, һунарсыларҙы һәм туристарҙы ылыҡтыра.

Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл һайын урман янғындарының 96 процентына кеше сәбәпсе була. Урманға барған һәр кем усаҡ яҡмайынса ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта туристарҙың ҡайһы берҙәре үҙ юлында бер нәмәне лә ҡалдырмай юҡ иткән урман янғындарын туҡтатыу бик ауыр икәнлеген аңлап етмәй. Шуға күрә урманда янғын хәүефһеҙлеген белеү бик мөһим.

Республикала йылы, ҡоро һауа торошо урынлашыу сәбәпле, БР Урман хужалығы министрлығы халыҡты урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Шулай уҡ урманға яҡын ер участкаларында, киңлеге 0,5 метрҙан да кәм булмаған янғынға ҡаршы һыҙат булмаған урындарҙа япраҡ, үлән һәм башҡа яныусы материалдарҙы яндырырға ярамай.

Яҙғы осорҙа күпселек урман янғындары ауыл хужалығы ерҙәрендә ҡоро үләнде яндырыуҙан сыға. 2015 йылдың ноябрендә РФ Хөкүмәтенең 1213-сө Ҡарары менән Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы ҡағиҙәләргә үҙгәрештәр индерелә – ҡоро үләнде контролһеҙ яндырыу ҡәтғи рәүештә тыйыла. Шулай уҡ ҡороған үҫемлектәрҙе, яныусы материалдарҙы үртәү, тимер юлдарҙың, электр тапшырыу линияларының, юл үткәүелдәренең һаҡлыҡ зоналарында һәм кире ҡағыу һыҙаттарында усаҡ яғыуға тыйыуҙар индерелә.

2017 йылдың 1 мартынан илдә янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.

Хөкүмәттең 2016 йылдың 18 авгусындағы Ҡарары менән ҡар ирегәндән алып көҙгө тотороҡло һауа торошо урынлашҡансы йәки ҡар яуғансы урманға яҡын территорияны биләүсе йәки ҡулланыусылар урмандан 10 м арауыҡтағы ерҙе ҡоро үлән, ауған ҡоро ағастарҙан һәм башҡа яныусы материалдарҙан таҙартырға йәки урманды янғынға ҡаршы 0,5 м киңлегендәге һыҙат менән айырырға тейеш.

Законға ярашлы, ошо ҡағиҙәләрҙе үтәмәгән осраҡта физик һәм юридик шәхестәргә административ яуаплылыҡ ҡаралған һәм граждандарға 2 меңдән 3 меңгә тиклем, вазифалы кешеләргә 6 меңдән 15 меңгә тиклем, юридик шәхес булараҡ теркәлмәгән эшҡыуарҙарға 20-нән 30 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 150 меңдән 200 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Закон янғынға ҡаршы айырым режим шарттарында боҙолһа, штрафтарҙың күләме бермә-бер арта.

Мансур АРЫҪЛАНОВ,
Башҡортостан Республикаһының өлкән
дәүләт урман инспекторы ярҙамсыһы.


Читайте нас: