17 йәшлек Әхмәтғәли Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се атлы дивизияға эләгә. Башта уларҙы Димдә уҡыталар. Ҡылыс менән һуғышырға, автоматтан атырға, граната ташларға, һыбай йөрөргә өйрәтәләр. Ныҡлы әҙерлек үткәндән һуң, хәрби кейем кейҙереп, эшелондарға тейәп фронтҡа оҙаталар. Уларҙың дивизияһы Белоруссия, Украинаны азат итеүҙә ҡатнаша. Чернигов ҡалаһын азат иткәндәге ҡаһарманлыҡтары өсөн дивизияға “Чернигов” исеме бирелә. Висла йылғаһы буйында барған һуғышта яраланып госпиталгә эләгә. Эльба йылғаһында атын һыу эсерә ул.
9 Май – Еңеү көнөн 3-сө кавалерия полкы Көнсығыш Пруссияла Кенигсберг ҡалаһында ҡаршылай. Шунан уларҙы Балтик диңгеҙендәге бер утрауға килтерәләр һәм ул 1950 йылғаса хәрби база һаҡлай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн күкрәгенә орден, миҙалдар тағып, һуғышҡа алынғандан 7 йылдан һуң ғына, 1950 йылда тыуған ауылына, 24 йәштә ҡайта. 1951 йылда ҡарт өләсәйем, Яңғыҙҡайын ауылы ҡыҙы Әминә Хәбибулла ҡыҙы Дәүләтшина менән донъя ҡороп, 5 бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡарт өләсәйебеҙҙең вафатына 34 йыл булһа, ҡарт олатайыбыҙ 2014 йылда баҡыйлыҡҡа күсте. Өләсәйебеҙ Зәйтүнә Әхмәтғәли ҡыҙы уларҙы һәр ваҡыт матур хәтирәләр менән иҫкә алып, беҙгә өлгө итеп ҡуя.
Ҡаһарман яугир, ҡайҙа эшләһә лә намыҫ менән хеҙмәт иткән, тормошто яратҡан, тыныс холоҡло, хәстәрлекле атай-олатай, йор, шаян, йомшаҡ телле ҡарт олатайыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның батырлыҡтары алдында баш эйәбеҙ.
Алина ҒӘЙНУЛЛИНА,
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 3”А” класс уҡыусыһы.