+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 18:06

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Хөрмәтле райондаштар! Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре!Һеҙҙең барығыҙҙы ла Еңеү көнө айҡанлы ихлас ҡотлайым!

9 Май – һәр рәсәйле өсөн изге көн. Уны беҙ күҙ йәштәре аша байрам тип атайбыҙ, сөнки тыуған илебеҙ азатлығын яҡлап яуҙа башын һалғандарҙы хәтерләйбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫән ҡайтҡандарының сафтары ла йылдан-йыл һирәгәйә бара. Уларҙың һәр береһе – тарихтың, халҡыбыҙ ҡаһарманлығының, Ватанға тоғролоҡтоң тере шаһиты.

Хөрмәтле ветерандар! Һеҙ ауыр һынауҙар аша үтеп, һуғыш утын, үлемде еңдегеҙ, кешелекте фашизм ҡоллоғонан ҡотҡарҙығыҙ. Беҙ һеҙҙең алда мәңге бурыслыбыҙ, һеҙҙең батырлыҡ алдында баш эйәбеҙ.

Ошо байрам көндәрендә барығыҙға ла күңел тыныслығы, яҡшы кәйеф юлдаш булһын, халҡыбыҙҙың үлемһеҙ ҡаһарманлығы йөрәктәрегеҙҙе йылытһын.

Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, яҡындарығыҙҙың иғтибарын һәм хәстәрен тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем.

Барлыҡ райондаштарҙы ла ошо байрам уңайынан ҡотлайым, иҫәнлек, бәхет-шатлыҡ, именлек теләйем. Күгебеҙ һәр саҡ аяҙ, донъялар тыныс, илебеҙ имен булһын! Еңеү көнө менән!


Читайте нас: