+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:52

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант

18 майҙа Өфө ҡалаһы башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу үҙәгенә әйләнәсәк. Был туралағы ҡарарға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 100 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.

Диктант яҙыуҙың төп майҙансығы Башҡорт дәүләт университетында була, унан республиканың бөтә райондарында, Ҡазанда, Ырымбурҙа, Силәбелә, Ханты-Мансиҙа, Пермдә, Санкт-Петербургта һәм Мәскәүҙә урынлашҡан майҙансыҡтарға трансляция алып барыласаҡ. Сит илдәрҙә. Монреалдә, Оттавала һәм Торонтола (Канада), Нью-Йорк һәм Лос-Анжелес (АҠШ), Стамбул һәм Анталья (Төркиә), Гуанчжоу һәм Пекин (Ҡытай), Нурсолтан (Ҡазағстан) һәм башҡаларҙа ла диктант яҙасаҡтар.

Диктант яҙыуҙа теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. 8 майҙан диктанттың сайтында: bashkdictant.ru онлайн теркәү үтергә мөмкин. Сайт аша диктантты ситтән тороп өйҙә йәки офиста яҙырға була, шулай уҡ үҙегеҙгә яҡын урынлашҡан диктант яҙыу майҙансығына барып белемегеҙҙе тикшереп ҡарай алаһығыҙ.


Читайте нас: