Был көн барыбыҙ өсөн дә ҡәҙерле һәм иҫтәлекле. 1945 йылғы еңеү миллиондарса кешенең ҡаһарманлығы һәм ғүмере менән яуланды. Ул - оло ҡеүәт һәм ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм берҙәмлек, Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәт итеү өлгөһө. Һәр ғаиләнең дә халҡыбыҙҙың азатлығы өсөн ғүмерен, һаулығын һәм йәшлеген биргән яҡындары бар. Уларға мәңгелек дан һәм улар беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Һеҙҙең барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, йортоғоҙға именлек теләйем. Бөйөк Еңеү һәм уның тураһындағы иҫтәлек һәр ваҡыт беҙҙең менән - йөрәктә, изге башланғыстарҙа, оло быуындар тураһындағы даими һәм көндәлек хәстәрлектәрҙә булһын.