+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:11

Байрамды лайыҡлы ҡаршыларға

Етәкселәрҙең сираттағы кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Яҙғы баҫыу эштәре тураһында “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Ю.А.Родионов сығыш яһаны.

9 Май – Еңеү көнөн ҡаршылау һәм байрамға әҙерлек барышы хаҡында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Г.З.Байдәүләтова бәйән итте. Бер генә һуғыш һәм хеҙмәт, тыл ветераны ла иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Райондағы 55 обелиск-һәйкәлдәрҙе тәртипкә килтереү, уларҙы яҡтыртыуҙы, паспорттарын эшләтеүҙе тиҙләтергә кәрәклеген билдәләне. Шулай уҡ 9 Май көнөндә үтәсәк тантаналы саралар планы менән таныштырҙы.

Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов кәңәшмәне йомғаҡлап, ауылдарҙа төҙөкләндереүгә, юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә (йәйәүлеләр өсөн юлдарҙы, юл аша сығыу урындарын билдәләү һ.б.) иғтибарҙы кәметмәҫкә саҡырҙы.


Читайте нас: