Илебеҙ өсөн иң мөһим, иң ҙур байрам – 9 Май бар донъяға беҙҙең еңеүебеҙҙе хәтерләтеп тора. Миллионлаған ҡорбандар килтергән һуғыштың һалҡын еле һәр ғаиләгә ҡағылды. Шуға ла беҙҙең Еңеүҙең ниндәй ауырлыҡтар аша яуланғанын оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Ветерандар, тап һеҙ киләсәк быуындарға ғүмер бүләк иттегеҙ. Һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙ, сыҙамлығығыҙ һәм Тыуған илебеҙгә булған сикһеҙ һөйөүегеҙ алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ.
Һеҙҙең фронттағы еңеүегеҙ һәм хеҙмәт ҡаҙаныштарығыҙ үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә сағыу миҫал булып тора. Һеҙгә, ҡәҙерле ветерандар, һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, имен һәм тыныс тормош, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!