-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:44

Фотоларҙа изгелек сағыла

Яҡшылыҡ, изгелек эшләү һәр кемдең ҡулынан килә. Ул ҙур эштәрҙә һәм бәләкәй генәләрҙә лә күренә. Красноусол ауылындағы “Истмен” тип аталған фотосалондарында Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы алдынан “Үлемһеҙ полк” өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ҙурайтылған фотоларын бер ниндәй түләүһеҙ эшләп биреүсе Павел Анатольевич һәм Анастасия Михайловна Казанцевтар һис шикһеҙ ҙур изгелек эшләйҙәр һәм кешеләргә шатлыҡ өләшәләр.

Интернет селтәрендә үҙҙәре үк яһаған реклама аша белеп ҡалып, тиҫтәнән артыҡ ветерандың фотоларын ҡалдырып китеүемә аҙна ла үтмәне, Анастасия Михайловна ламинацияланған фотоларҙың әҙер булыуы тураһында шылтыратты. Берҙән, заказымдың шул тиклем тиҙ үтәлеүенә шатланһам, икенсенән, фотоларҙың бик матур, күңелгә ятышлы булыуы ҡыуандырҙы. Казанцевтарҙың яу яландарында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген яңыртыуҙағы изге эше Яугилде халҡының теленән төшмәҫ, һәр йыл һайын улар бүләк иткән фоторәсемдәрҙә сағылыш табыр. Ә мин, үҙ сиратымда, Павел һәм Анастасия Казанцевтарға оло ихтирамымды белдерәм. Улар кеүек киң күңелле, эргәһендәгеләргә ярҙам тәҡдим иткән кешеләр күберәк булһа, донъябыҙ яҡтырып китер, тормошобоҙ күңеллерәк, матурыраҡ булыр. Һәм һәр кешенең йөҙөндә йылмайыу балҡыр.


Читайте нас: