+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:47

Ғүмерҙең һәр миҙгеле матур

Хәстәрлекле ғаилә башлығы, һәләтле уҡытыусы, яҡшы етәксе һәм ихтирам яулаған кеше – былар барыһы ла Ишмөхәмәт Ишбирҙе улы Кәримов тураһында. Үҙ һөнәренә тоғро ҡалып, бөтә ғүмерен үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүгә, бай тәжрибә, ныҡышмалылыҡ талап ителгән урындарҙа эшкә бағышлаған ул.

Бынан 80 йыл элек хозур тәбиғәтле Толпар ауылында йәшәгән Хәнифә менән Ишбирҙе Кәримовтарҙың ишле ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән малайҙың тормошо еңелдән булмай. Һуғыш осорондағы аслыҡ-яланғаслыҡ, тормош ауырлығы был ғаиләне лә урап уҙмай. “Ярай, яҙ, йәй, көҙ көнө ашарлыҡ үлән-фәлән була, атай-әсәйҙәр менән бергә урманға йөрөп тамаҡ ялғарлыҡ йәшел аҙыҡ (ҡаҡы, көпшә, балтырған һәм башҡалар) йыйып алып ҡайтабыҙ, ә бына ҡышҡыһын аслыҡтан ныҡ интегә инек, икмәк күрмәнек”, ти бала сағына әйләнеп ҡайтып Ишмөхәмәт ағай.

Атайҙары бик иртә гүр эйәһе булғас, әсәйҙәренә күмәк баланы туйындырыуы бик ауырға төшә. Һәм ағаһы энекәшен Өфөгә алып барып, 1-се һанлы балалар йортона ҡалдырып китергә мәжбүр була. Ишмөхәмәт Кәримов тап ошонда 1-се класҡа уҡырға төшә, башланғыс белемде бында ала. Артабан уға тыуған ауылына ҡайтыу насип була. Толпарҙа уҡытыу 7 йыллыҡ булғанлыҡтан, уҡыуын Белорет районының Туҡан мәктәбендә дауам итеп, 9-сы класты бында тамамлай, ә өлгөргәнлек аттестатын Сәйетбаба мәктәбендә ала. Мәктәпте уңышлы тамамлап, математика фәнен үҙ иткән егет Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Студент йылдары артта ҡала. 1965 йылда юғары белемгә эйә булған йәш белгес үҙ теләге менән тыуған ауылы - Толпар мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлап, балаларға математика-физика фәне серҙәрен төшөндөрә. Артабан хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Иркутск өлкәһендә Тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайта. Алдынғы ҡарашлы, оҫта ойоштороусы Ишмөхәмәт Ишбирҙе улын 1967 йылда Толпар 8 йыллыҡ мәктәбенә директор итеп тәғәйенләйҙәр. Был вазифала 1992 йылға тиклем эшләй. 13 йыл парторг булып эшләүен иҫәпкә алмағанда, Ишмөхәмәт Ишбирҙе улының 30 йыл ғүмере Толпар мәктәбе менән бәйле. Уҡыусыларҙы математика фәненә ҡыҙыҡһыныуға, уларҙың белем сифатын күтәреүгә күп көс һала мөғәллим. Директор булып эшләү дәүерендә И.Кәримов өр-яңы ҙур, матур мәктәп төҙөтә, 8 йыллыҡтан урта мәктәпкә әйләндереүгә, интернат булдырыуға өлгәшә, музей ойоштороуҙа, йыһазландырыуҙа тырыш-лыҡ һала.

Ауылдашы Гөлсира Нәбиулла ҡыҙы менән ғаилә ҡороп, 54 йыл тормош көтәләр. Красноусолда йорт төҙөп, ауылдан 1992 йылда күсеп килеп, 27 йыл инде бында йәшәйҙәр. 7 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Улдары Илшат (1 ул, 2 ҡыҙҙың атаһы), Илсур (ул-ҡыҙға атай), ҡыҙҙары Гөлнара (3 ҡыҙҙың әсәһе), Гөлфирә (ҡыҙ-улға әсәй) Красноусолда төпләнгән, ике ул атаһы Илфат ғаиләһе менән Нижневартовск ҡалаһында, Илһам (3 улға атай) һәм Илдус (4 ҡыҙға атай) Толпарҙа йәшәй. Кәримовтар 19 ейән-ейәнсәрҙең олатай-өләсәһе лә.

И.И.Кәримовтың күп йыллыҡ, фиҙаҡәр хеҙмәте “Башҡортостандың мәғариф отличнигы”, һәр кимәлдәге Маҡтау грамоталары менән баһаланған, педагогик хеҙмәт ветераны ла. Йәмәғәт эштәренең, заманында ауылда уҙған һәр сараның уртаһында ҡайнаған Ишмөхәмәт ағай (студент йылдарында бейеү ансамблендә шөғөлләнгән, артабан ауыл клубы сәхнәһендә төрлө спектаклдәрҙә матур образдар тыуҙырған) оҫта рәссам да, йорттарының эсен уның һүрәттәре биҙәй. Тағы ла бер шөғөлдө үҙ иткән ул, умартасылыҡ уның ғүмерлек шөғөлөнә әүерелгән.

Киләсәктә лә балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең шатлыҡ-һөйөнөстәрен күреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, тиң-лектә-тигеҙлектә тағы ла сираттағы юбилейҙарҙы ҡаршыларға яҙһын.


Читайте нас: