Уның атаһы Фәтхетдин 7 йыл Төркөстанда хеҙмәт иткән. Бик ауыр шарттарҙа хеҙмәт итеү арҡаһында, дүрт балаһын ҡалдырып, үлеп киткән. Иң бәләкәй балаһына, олатайыма, биш кенә йәш булған. Олата-йымды күрше латыш хуторынан (хәҙерге Архангел районы Максим Горький ауылы) алдынғы ҡарашлы латыш ғаиләһе уллыҡҡа алған. Һәйбәт тәрбиә биргәндәр. олатайым урыҫ һәм латыш телдәрен белеп үҫкән. Октябрь революцияһы, Граждандар һуғышы йылдары уның балалыҡ осорона тура килгән. Латыштар хуторҙан ауылдарға берләшә башлағас, егет ҡорона етеп, тыуған ауылына ҡайтҡан һәм өләсәйем Фатиха Мырҙагилде ҡыҙына өйләнгән.
1941 йылдың көҙөндә олатайым Ҡыҙыл Армия сафына алына. Алкинда әҙерлек үткән һәм Ленинградтан күсереп килтерелгән хәрби моторҙар эшләү һәм нефть эшкәртеү заводтарын эшләтеп ебәреүҙә ҡатнашҡан. “Заводты күсереп төҙөү һуғыштан да ауырыраҡ ине”, –тип хәтерләй торғайны ул. Сөнки фронтты тейешле техника һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булған. Күп тә үтмәй, олатайымды фронтҡа оҙаталар. Ул Белоруссия фронтының 444-се уҡсылар полкында немец илбаҫарҙарына ҡаршы батырҙарса һуғышҡан. 1945 йылдың 14 ғинуарында, ҡаты һуғыш барған ваҡытта, олатайым бик ныҡ яраланған һәм 30 майға тиклем 1397-се ялан госпиталендә дауаланған. Контузия һөҙөмтәһендә ул 9 майға тиклем иҫһеҙ ятҡан. “9 майҙа ғына аңыма килгәнмен. Обход ваҡытында хәрби медицина полковнигы Поповтан. “Как на фронте?” –тип һорағас, ул. “Мы победили!” – тип мине ҡосаҡлап алды. Кеҫәһенән “Казбек” папиросы сығарып, үҙенә лә, миңә лә тоҡандырҙы. Еңеү шатлығын шулай билдәләнек”, –тип хәтерләй торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ошо полковник һуғыштан һуң күрше Архангел районына ҡайтып, оҙаҡ йылдар табип булып эшләгән. Дауаханаға барған һайын олатайымды, яҡын туғанылай күреп, ҡосаҡлап алыр булған. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн олата-йым 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. Тура һүҙле, намыҫлы, ихлас кеше ине ул. Алдаҡсыларҙы, ике йөҙлөләрҙе, ялҡауҙарҙы йәне һөймәне. Үҙен кемдәндер айырып күрһәтергә лә тырышманы. ”Бөтә ил менән һуғыштыҡ! Еңеүҙә бөтә халыҡтың да өлөшө бар!” –тип тыйнаҡ ҡына әйтә торғайны. Тыл хеҙмәтсәндәрен ныҡ ихтирам итте. Сөнки. “Фронт кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин ителмәһә, беҙ еңә алмаҫ инек”, –тип иҫләне. Фронттан ҡайтып, яралары бер аҙ уңалғас, олатайым ҡул ҡаушырып ултырмай, инвалидлыҡҡа һылтанып ятмай. Ул колхозда мал көтә, аттар яратҡанға күрә, ат ҡараусы булып эшләй башлай. Илдә сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, пар ат егеп, 50 саҡрым алыҫлыҡтағы Табын ауылынан ауыл хужалығы техникаһына яғыулыҡ-майлау материалдары ташый. Ошо тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн олатайыма 1957 йылда СССР Юғары Советы Указы менән “За освоение целинных земель” миҙалы бирелгән. Һуңынан һөтсөлөк фермаһына эшкә күскән. Был тынғыһыҙ хеҙмәте өсөн ул заманда орденға тиң иҫәпләнгән “Владимир Ильич Лениндың тыуыуына – 100 йыл “ юбилей миҙалына лайыҡ булған. Быларҙан тыш, олатайымдың Бөйөк Еңеү һәм Совет Армияһының юбилейҙары уңайы менән бирелгән бик күп миҙалы, шулай уҡ колхоз идараһы һәм район Советының Маҡтау грамоталары бар.
Олатайымдар нәҫеленән өс бер туған –
Айытбай, Хәйретдин, Ғәлимйән Нәзировтар 1941 йылда һуғышҡа алынып, өсөһө лә фронттың алғы һыҙығында була. Өс бер туғандан Ғәлимйән бабайым ғына иң оҙағы йәшәне. Олатайым менән өләсәйем 50 йыл татыу, мөхәббәтле ғүмер итте. Берҙән-бер улдары – ҡәҙерле атайыбыҙ Мәүлимбирҙе Хәйретдин улына яҡшы тәрбиә, юғары белем биреп, тормош юлына баҫтырғандар. Атайыбыҙ күп йылдар Ҡауарҙы урта мәктәбе директоры булып эшләне. Ғәҙел, үҙ һөнәренә тоғро, изге йөрәкле кеше ул беҙҙең атайыбыҙ.
Олатайым нигеҙендә бөгөн атайыбыҙ менән инәйебеҙ донъя көтә. Тамырыбыҙ ҙа киңәйә, ишәйә бара, шөкөр! Беҙ, олатайымдың биш ейән-ейәнсәре, хәҙер үҙебеҙ ғаиләле, балаларыбыҙға олатай-өләсәйебеҙ миҫалында өлгөлө тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Һуғышта бармаҡтарын юғалтып ҡайтһа ла, олатайым бер ваҡытта ла буш ултырманы. Бигерәк тә баҡса үҫтерергә яратты. Бала саҡта баҡсабыҙҙа алмаларҙың ниндәй генә төрө юҡ ине! Муйылдары гөрләп сәскә атып, һәр йылда Еңеү яҙын сәләмләне. Хуш еҫтәре әле лә бар донъяға таралып торғандай!.. Ә ҡарағаттар... Аҡ, ҡара, ҡыҙыл ҡарағаттарҙы олатайым һәр беребеҙгә исемләп, рәт-рәт итеп ултыртҡайны. Әле лә, ҡарағат япраҡтарына ҡағылғанда, кескәй генә ҡулдарым олатайымдың һөйәлле йылы устарына һыйынғандай була. Олатайым менән бергәләп һарыҡ көтөүҙәр, малды ҡаршылауҙар, урман ҡыҙырыуҙар, өләсәйемә таҡмаҡ әйтеп ултырыуҙары бала сағымдың иң йылы, онотолмаҫ хәтирәһе булып күңелемдә һаҡлана. Дауаханала ятҡанда, үҙе ашамайынса, беҙгә тип йыйып алып ҡайтҡан әфлисундарының тәме лә һаман тел осонда ғына. Былар барыһы ла йөрәк түремдә ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡлана. Олатайлы үткән бала сағыбыҙға мең-мең рәхмәтлемен! Сөнки уның наҙын, тәрбиәһен, тормош тәжрибәһен алып, намыҫлы һәм илһөйәр булып үҫтек.
Миңлегөл ТАЙСИНА,
Өфө ҡалаһы.