+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:25

Рәхмәттәр ишетеп йәшәнеләр

Атайым Яхъя Маннанов хаҡында һүҙем. Ул 1913 йылда Ҡотлоғужа ауылынан Ғилмениса менән Миңлеғәле Маннановтарҙың өс балалы ғаиләһендә уртансы булып донъяға килгән. Апаһы Зәйнәп, энеһе Хәмзәне һәм уны етем ҡалдырып, әсәйҙәре йәшләй генә гүр эйәһе була. Атайҙары икенсегә Фатима исемле ҡыҙға өйләнеп, йәнә 5 ҡыҙға ғүмер бирәләр. Һеңлеләре атайымды маҡтап ҡына телгә алалар, уны әүлиә тип атайҙар. Ул бик йыуаш, баш баҫып эшләп тик йөрөй торған кеше ине.

Атайым егет ҡорона кергәс, ауылға Сәйетбабанан ҡунаҡҡа килгән Хәйерниса исемле ҡыҙ менән танышып, өйләнешәләр. Бер-бер артлы өс балалары тыуа, әммә береһе сабый ғына көйө үлеп ҡала.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайымды повестка менән военкоматҡа саҡырталар. Ауылдан тағы ла бер кеше менән икәүһе һуғышҡа алына. Уларҙы ауылдан ат менән бер малай оҙата бара. Атайымдар военкоматҡа инеп киткәс, малай ҡайтыр яҡҡа ыңғайлай, ә атайымдың ризыҡтар тултырылған юл тоҡсайы ат санаһында ҡалған була һәм шул килеш бер нәмәһеҙ тороп ҡала. Уларға, йәғни һуғышҡа оҙатыласаҡ һалдаттарға кейем-һалым бирәләр. Атайыма бәләкәс аяҡ кейеме тура килә, ҡышҡы һыуыҡта вагонда барғанда аяҡ кейеме ҡыҫыҡ булғанлыҡтан, бер аяғы туңа. Ул барғас та госпиталгә эләгә һәм өшөгән аяғының барлыҡ бармаҡтарын да киҫәләр. Билдәле, аҡһап ҡалған атайыма яу яланында немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышырға насип булмай, ә һуғышҡа әҙерлек эштәрендә ҡатнашып, хеҙмәт итеп ҡайта.

Атайым тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡас, башкөллө эшкә сума, башта фермала ҡарауылсы, унан һуң хаҡлы ялға туҡтағансы колхоз тимерлегендә эшләне. Ул заманда тимерсе ауылда иң кәрәкле кеше булды, барлыҡ эш ҡоралдары ла ҡулдан эшләнә ине. тимер мейес, самауыр торбаһы булһынмы ул, башҡа кәрәк-яраҡмы, иҫәбе-һаны юҡ. Әле генә һауыт-һаба тулып ята, ул ваҡыттарҙа берәйһенең ҡаҙаны тишелһә, ҙур ҡайғы булған. Тракторҙарҙы ла ремонтлаған, ат та дағалаған. Ағас эштәренә лә оҫта булды, ат саналары ла яһай ине, ғөмүмән, барлыҡ эштәр ҙә уның оҫта ҡулдары аша үткән.

Һуғыштан һуң ғаиләләре лә ишәйеп китә. Бала ҡайғыһын да кисерергә тура килә уларға, һуғышҡа тиклем тыуған ике улдарын ер ҡуйынына һалалар. Әсәйем дә ҡул эштәренә бик оҫта булды. Беҙгә кейем-һалымды үҙе тегеп кейҙерә торғайны, ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла күлдәкте бары тик унан тектереп алалар ине, бик килешле тегә, тип маҡтайҙар ине үҙен.

Икеһе лә күп рәхмәттәр ишетеп йәшәнеләр. Үҙҙәренә оҡшап беҙ, балалары ла, эшһөйәр булып үҫтек. Атайым, үпкәһенә тимер туҙаны ултырып, яман сир менән 66 йәшендә генә мәрхүм булды. Ә әсәйем һуңғы көнөнә ҡәҙәр Заречный ауылында оло ҡыҙы Сәүиә апайым тәрбиәһендә йәшәне. Атайым менән әсәйемдең урындары йәннәттә булһын. Улар ҙа тылдағы хеҙмәттәре менән Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән, тип уйлайым.

Ҡыҙҙары Хөснә ӘМИНЕВА.
Читайте нас: