+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:23

Өс мөйөшлө һалдат хаттары

Һандыҡ төптәрендә, яулыҡ эстәрендә,Йәшеренгән сит-ят күҙҙәрҙән,Өсмөйөшлө хаттар – тотонмаһын яттар,Һағыш тама һеҙҙең һүҙҙәрҙән.Толпар ауылынан Тыуған илен, ерен һаҡларға Бөйөк Ватан һуғышына алт-мышлап кеше китеп, шуларҙың 19-ы кире ҡайта алмай, сит ерҙәрҙә башын һала. Был һуғыш беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәне. Ошо һәләк булғандарҙың береһе – атайым Әҡсән Сөләймәновтың 1925 йылғы бер туған ағаһы Иҡсан Сөләймәнов һуғыштан әйләнеп ҡайтмай.

Ауылыбыҙҙың иң оло кешеһе Зөлфәр бабай Сөләймәнов иҫләүе буйынса, ул бик тыныс холоҡло, егәрле, сос егет булған. Бала саҡта Хәтисә өләсәйем Иҡсан бабайҙың һуғыштан яҙған хаттарын ҡәҙерләп һандығынан алып ҡысҡырып уҡыта торғайны. Ул һуғышҡа китер алдынан урман ҡырҡыу эшендә эшләгән. Бер көндө эштән һуң ғына ҡайтыуына һуғышҡа саҡырыу ҡағыҙы өҫтәлдә ятҡан була. Өләсәйемдең. “Эштән аяҡ кейеме лысма һыу булып ҡайтты, таң атҡансы киптерә алманым, һыу аяҡ кейеме менән һуғышҡа китте балам”, тип әсенеп һөйләүен үҙем өс ул әсәһе булғас ҡына был хәлдең ни тиклем аяныслы икәнлеген аңлап, күҙҙәремә йәш тула... 1945 йылда ғаиләне ҡара ҡайғыға һалып, Иҡсан бабайҙың үлем хәбәре килә.

Күп тә үтмәй уның яуҙаш дуҫы Шаран районы егете Григорий Иванович Мишиндан хат алалар. Унда былай тип яҙылған. “Здравствуйте семья Сулейманова Иксана. Письмо это от его товарища Мишина Григория, который сообщает вам о смерти вашего сына, который погиб в Венгрии от немецких извергов. Дело было ночью. Он отдыхал в блиндаже, при сильном обстреле снаряд попал в блиндаж и его убило вместе с товарищем, который находился рядом с ним. Это было 11.00 ч. 19.02.- 45 г. Мой адрес тот же, что у него был. полевая почта 33206/ж. Не плачьте о нем, мы за него отомстим врагу. Если получите письмо, сообщите. До свидания, с приветом и уважением к вам Мишин. 1/3-45 г.”

Улар бер-береһенең үлем хәлдәрен ғаиләләренә яҙып ебәрергә алдан һөйләшкән булалар. “Они вернулись с Победой” китабы бу-йынса Григорий Мишин тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Документтар раҫлауынса, Иҡсан бабайыбыҙ “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән була. “Память” китабындағы мәғлүмәттәрҙән уның Венгрияның Дениешь ауылында ерләнгән булыуын белдек.

Һуғыш афәтен тылдағылар ҙа үҙ иңендә күп татыған. Олатайым Хәсән Сөләймәнов һуғыш ваҡытында хеҙмәт армияһында була. Һуғыш бөткәс, бер төркөм ауылдаштары менән хәлһеҙ, ябыҡ, ауырыу хәлдә ҡайтып төшәләр. Олатайымдың иптәштәре. “Әл дә Хәсән ағай булды, иҫән ҡайта алмаҫ инек,” тигәндәр. Сөнки олатайым сос, үткер, русса яҡшы белгән кеше булған, төрлө кешеләр менән һөйләшеп, эштәрен эшләп тамаҡ туйҙырғандар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул быуын ауырыулы булып ҡайта. Өләсәйем дарыуҙар алып уны аяҡҡа баҫтырыр өсөн һыйырын, аҙаҡтан өйөн һата. Тик олатайым һауыҡмай...

Тыуған ил өсөн ғүмерҙәрен биргән яҡындарыбыҙ беҙгә һәр саҡ өлгө. Беҙ уларҙы онотмайбыҙ, йыл һайын 9 Май - Еңеү көнөндә иҫкә алып, хәйер-саҙаҡалар бирәбеҙ. Улар беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн йәнен, тәнен аямай һуғышҡан. Бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандарын ҡәҙерләп, хөрмәт итеп, улар менән ғорурланып йәшәргә тейешбеҙ.

Наилә ЛОКОЛЕНКО.
Толпар ауылы.


Читайте нас: