-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:22

Ветеран менән осрашыу

Беҙ, класс етәксебеҙ Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева һәм тәрбиәсебеҙ Зилә Әкрәм ҡыҙы Шәфиева менән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Уйылдан Шәрипов бабайҙың өйҙәренә барҙыҡ. Улар беҙҙе Хәфиҙә әбей менән ихлас ҡаршы алдылар.

Иң тәүҙә беҙгә илебеҙҙе, телебеҙҙе яратырға ҡушты, аҡыллы кәңәштәрен бирҙе. “Кешенең иң яратҡан ике нәмәһе булырға тейеш. береһе – әсәй, икенсеһе – Ватан. Уларҙы яратһаң ғына һин бәхетле кеше буласаҡһың”, - тине.

Уйылдан бабай һуғыш тураһында бик һөйләргә яратмай. “Һуғыш ҡурҡыныс нәмә, уны күрергә Хоҙай ҡушмаһын. Мин һуғышҡа кергәндә иҫән-һау ҡайтһам ине тип, поезда үтеп китеп барғанда юл буйында бер госпиталь тора ине, шунда мин, үлмәй яраланып ошо госпиталгә килеп ятһам ине, тип теләнем. Ысынлап та, күпмелер ваҡыттан һуң снаряд ярсығынан уң аяғым бик ныҡ яраланғас, ошо госпиталгә килеп эләктем һәм тере ҡалдым. Башҡаса һуғышҡа яраҡһыҙ булдым. Ике таяҡҡа таянып, тыуған яҡтарыма ҡайтып төштөм. Бөтә ғүмеремде халҡыма тоғро хеҙмәт итеүгә бағышланым. Хәфиҙә әбейегеҙ менән 75 йыл бергә йәшәйбеҙ. Аҡыллы балалар үҫтерҙек, улар менән бәхетлебеҙ”, - тип һөйләп үтте Уйылдан олатай.

Уның яңы баҫылып сыҡҡан “Аҡбейектән ҡалҡа аҡ томан” тигән сираттағы шиғырҙар китабынан уҡытыусыбыҙ матур шиғырҙарын уҡыны. Һуңынан күмәкләп фотоға төштөк. Уйылдан бабайға открытка, көндәлек һәм ручка бүләк иттек. Был осрашыу беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр.

Гәүһәр ФӘТҠОТДИНОВА,
Красноусол башҡорт гимназия-интернатының
4 “А” класс уҡыусыһы.


Читайте нас: