+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Май 2019, 17:36

Яу яланында ла, тыныс тормошта ла һынатмай

Беҙҙең арала йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы йылдан-йыл кәмей барып, районыбыҙҙа улар 7 бөртөк кенә ҡалды. Уларға беҙ хәстәрлек һәм иғтибар күрһәтергә бурыслыбыҙ.

Бөгөнгө яҙмабыҙ Иҫке Тайыш ауылынан Ниғмәтйән Сәлимйән улы Салауатов хаҡында. 17 йәшлек Ниғмәтйәнде хәрби хеҙмәткә 1944 йылдың декабрендә алалар. Өфөнән тауар вагондарына тейәп Алыҫ Көнсығышҡа оҙаталар. 1945 йылғы япон һуғышында ҡатнашырға насип була уға. Тымыҡ океан флотының диңгеҙ авиацияһында айырым авиатехник батальонының маскировка командаһында хеҙмәт итә. Япон милитаристарына ҡаршы көрәштә күрһәткән хәрби батырлыҡтары өсөн күп тапҡырҙар командование тарафынан рәхмәттәргә, наградаларға лайыҡ була. Хеҙмәткә алыныуына 5 йыл тигәндә, 1949 йылда тыуған яҡтарына ялға ҡайтарыла. Тап ошо ваҡытта ауылдың һылыу, сая ҡыҙы, 19 йәшлек Мөйәсәрәгә һөйөү уты ҡабына һәм оҙаҡҡа һуҙмай егет, тимерҙе ҡыҙыуында һуға, яҙмыштарын бергә бәйләргә ҡарар итәләр. Йәш кәләшен ҡалдырып, йәнә хеҙмәтен дауам итергә юллана ул. Һәм ошо китеүенән 1951 йылда ғына демобилизацияланып, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була Ниғмәтйәнгә. Тормош иптәше Мөйәсәрә менән гөрләтеп донъя көтөп алып китәләр.

Яу яланынан имен-аман ҡайтҡан яугир тыныс тормошта ла һынатмай. Ниғмәтйән Сәлимйән улы тыуған ауылында, колхозда һәр төрлө эштә тырышлыҡ күрһәтеп кенә ҡалмай, Белорет районында урман ҡырҡыуҙа ла көс түгә. 3 йыл тирәһе Толпар ауылы юлында Борхатауҙа мал ҡарап та йәшәйҙәр. Тормош иптәше Мөйәсәрә Хәлил ҡыҙы менән 7 баланы – 4 ул, 3 ҡыҙҙы тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Бәхетле әсә ике тапҡыр “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән. Балаларының иң өлкәне – ҡыҙҙары Зөһрә – Туғай ауылында, улдары Мөхәмәт менән Рәжәп – Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Зифалары – Стәрлебаш ра-йонында, Сәлимдәре – Мораз ауылында, Рәхимдәре – йәнтөйәге Иҫке Тайышта, Земфиралары Красноусолда төпләнгән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, Ниғмәтйән ағайға торлаҡ сертификаты бирелеп, Красноусолда фатир һатып алалар. Уңайлы шарттарҙа кинәнеп, бер-береһенә терәк-кәрәк булып йәшәргә лә, йәшәргә ине лә уларға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйөклө ҡатыны бынан бер йыл элек гүр эйәһе була. Әммә ул яңғыҙ түгел, ғүмер йомғағын балалары хәстәрлегендә һүтә. 15 ейән-ейәнсәрҙең, шунса уҡ бүлә-бүләсәрҙең яратҡан олатаһы ла.

Быйыл Ниғмәтйән Сәлимйән улы 92 йәшен билдәләне. Ҡарт яугир тулҡынланып Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә. 75-се Еңеү яҙын да күрергә яҙһын һеҙгә, хөрмәтле ветеран!


Читайте нас: