+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 16:37

Ғаилә аҙнаһы үтә

15 май – Халыҡ-ара Ғаилә көнө айҡанлы 13-нән 19 майға тиклем Башҡортостанда Ғаилә аҙнаһы үтә. Ошо арауыҡта республикала йәшәүселәр өсөн ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыу һәм яуап-лы ата-әсәләр тәрбиәләүгә йүнәлтелгән төрлө саралар һәм акциялар ойошторола.

13 май (дүшәмбе) – “Ғаилә изгелек бумерангы” республика акцияһында балалар өсөн яңы һәм тотонолған йыһаз, коляска, сана, велосипед һ.б. йыйыу була. Әйберҙәрҙе “Ғаилә” үҙәгенең район бүлексәһенә (Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1) килтерергә мөмкин.

14 май (шишәмбе) – “Файҙалы кәңәштәр” марафонында (ата-әсәләргә ярҙам күрһәтеү өсөн бушлай телефон: 8800-347-5000) психологтар 10.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем балаларҙы тәрбиәләү, ғаилә мөнәсәбәттәре һ.б. тураһында һорауҙарға яуап бирәсәк.

15 май (шаршамбы) – “Бәхетле сәғәт” республика акцияһы сиктәрендә ғаиләле хеҙмәткәрҙәрҙең эш көнө 1 сәғәткә ҡыҫҡара.

16 май (кесаҙна) – “Руль артында ата-әсә” республика акцияһында “Ғаилә” үҙәге белгестәре ЮХХДИ

хеҙмәткәрҙәре менән берлектә балаларын машинала йөрөтөүсе ата-әсәләргә мәғлүмәт ҡағыҙҙары, памяткалар таратасаҡ.

17 май (йома) – Өфө ҡалаһында “Торатау” конгресс-холында “Әсәлек таланттар аса” күргәҙмәһе була.

18 май (шәмбе) – “Осрашыу урыны – “Ғаилә” үҙәге” сараһы сиктәрендә 12.00-дән 15.00 сәғәткә тиклем район бүлексәһендә “Ғаилә ялы” үтә.

19 май (йәкшәмбе) – “Ғаилә пикнигы” Интернет конкурсында Бәйләнештә йәки Инстаграмда ошо көндә ғаиләгеҙ менән тәбиғәт ҡосағында төшкән фотоғыҙҙы #Cемейный_пикник2019 хэштегы менән ҡуйырға кәрәк. Иң күп лайк йыйыусы иҫтәлекле приз аласаҡ. (0+).


Читайте нас: