+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 16:57

Фермерҙарға һәм кооператорҙарға ярҙам

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 7 майындағы “2024 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” Указында илдә тормошҡа ашырыласаҡ 12 милли проект тураһында аныҡ күрһәтмәләр бирҙе. Проекттарҙа ауыл хужалығына ла ҙур иғтибар бүленә.

13,82 млрд һум аҡса Рәсәй Федерацияһының 83 субъектында фермерҙарға ярҙамға һәм ауыл кооперацияһы үҫешенә тотоноласаҡ. Был маҡсатҡа 2019 йылда – 5,37 млрд, 2020 йылда – 3,84 млрд, 2021 йылда 4,61 млрд һум тотоноу ҡаралған.

Был аҡса крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын булдырыу һәм үҫтереү проекттары өсөн субсидиялар итеп биреләсәк. Ауыл хужалығы кооперативтарының милек, техника, йыһаздар, күсмә һатыу объекттары, шулай уҡ кооператив ағзаларынан продукция һатып алыуға киткән сығымдарының бер өлөшө ҡапланасаҡ. Бынан тыш, аҡсалар ауыл хужалығы кооперациялары һәм фермерҙарға ярҙам итеүсе үҙәктәрҙең эшмәкәрлеген тәьмин итеүгә китәсәк.

“Ваҡ һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ярҙам” милли проектында ниәтләнгәнсә, 2024 йыл аҙағына 126,7 мең кеше ауыл хужалығында ваҡ һәм урта эшҡыуарлыҡҡа йәлеп ителәсәк.
Читайте нас: