+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Май 2019, 16:26

Ул йылдарҙың даны һүнмәҫ...

Был көндө байрамса кейенгән, ҡулдарына шарҙар, плакаттар тотҡан йәше-ҡарты М.Ғафури исемендәге майҙанға ағылһа, атай-олатайҙарының фоторәсемдәрен күтәргән "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашыусы төрлө быуын кешеләре Красноусол башҡорт гимназия-интернаты алдында йыйылды. Унда өс тиҫтәгә яҡын ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, бик күп халыҡ ҡатнашты. Колонна алдында локаль бәрелештәр ветерандары, йәшармеецтар, мәктәптәр уҡыусылары һәм уҡытыусылары, артабан ойошмалар, ауыл халҡы булды.

Байрамса биҙәлгән майҙанда эшләнгән сәхнә ҡаршыһында ветерандарға ултырғыстар әҙерләнгәйне. Сараның төп ҡунаҡтары районыбыҙҙағы ете ветерандың дүртәүһе - Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡов, Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов, Ниғмәтйән Сәлимйән улы Салауатов түрҙән урын алды. Һуғыш ветерандары менән бер рәттән тыл ветерандарына ла хөрмәт күрһәтелде. Майҙанға “Үлемһеҙ полк” килеп теҙелгәс, Марс Хәйруллин район

хакимиәте башлығының мобилизация эштәре буйынса ярҙамсыһы Владимир Герасимовҡа рапорт бирҙе һәм “Үлемһеҙ полк йылғаһы аға” йырын башҡарҙы. Тантаналы митинг асыҡ тип иғлан ителгәндән һуң, райондың һәр ауыл биләмәһенән килгән 16 һәм район мәҙәниәт һарайы әҙерләгән хәрби тематикала биҙәлгән техника парады үтте. Алып барыусылар Эльвира Насирова менән Ҡадир Ишбулдин биләмәләрҙән һуғышҡа күпме кеше китеүе, нисәүһенең иҫән ҡайтыуы тураһында бәйән итте. Байрамға килгән халыҡты район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ҡотланы.

- Ғафури районы муниципаль район Советы һәм хакимиәте исеменән һеҙҙе Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллығы менән ихлас ҡотлайым, ныҡлы сәләмәтлек, илебеҙгә именлек һәм тыныслыҡ теләйем. Был көндө беҙ иҫән ҡалған һәм яуҙа һәләк булған Еңеү һалдаттарын хәтерләйбеҙ. 1941 йылдың июнь таңында тәүге алышҡа ингән, Мәскәү, Ленинград, Сталинградтан алып Берлинғаса барып етеп, рейхстагҡа Еңеү байрағын ҡаҙаған яугирҙар араһында беҙҙең яҡташтарыбыҙ – Советтар Союзы Геройҙары Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов, Закир Лотфрахман улы Әсфәндийәров, Антон Филиппович Ковальский, Анатолий Сергеевич Горин, Иван Викторович Пятяри ҙа бар.

Бөгөнгө байрамда беҙ һеҙгә, данлы яу юлдарын үткән, тыуған илен азат иткән, атакаға күтәрелгән, окоптарҙа өшөгән, иптәштәрен юғалтҡан, әммә барыһын да еңеп сыҡҡан хөрмәтле ветерандар, рәхмәт әйтәбеҙ. Еңеүҙең 74 йыллығын 7 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: Низаметдин Бәҙретдин улы Вахитов, Петр Сергеевич Машков, Ғәбиҙулла Мәүлетҡол улы Шәрипов, Ғ.С.Садиҡов, Н.С.Салауатов, Р.Ғ.Хөснөтдинов, В.Ә.Шәрипов ҡаршылай. Тыныс тормош бүләк иткәнегеҙ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәнегеҙ, Еңеү өсөн рәхмәт һеҙгә! Һәр яңы көн һеҙгә тик шатлыҡ, именлек, күтәренке кәйеф алып килһен.

Еңеү фронтта ғына түгел, тылда ла яуланды. Бөгөнгө байрамды ра-йонда яугирҙарҙың 85 тол ҡатыны һәм 293 тыл ветераны ҡаршы ала. Һеҙҙең түҙемлегегеҙ, ныҡлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн беҙ дәһшәтле яу яландарында башын һалғандарҙы ла иҫкә алабыҙ. Райондан һуғышҡа киткән 13270 кешенең 5723-ө һәләк була йәки хәбәрһеҙ юғала.

Бер йылдан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйәсәкбеҙ. Шул ҙур байрамды барыбыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ менән ҡаршыларға насип булһын ине. Оло байрам менән һеҙҙе ысын күнелдән ҡотлап, иң изге теләктәремде еткерәм.

Яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, һауаға төрлө төҫтәге шарҙар осоролдо. Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова сығыш яһап, барыһын да Еңеү көнө менән тәбрикләне. 10-сы класс уҡыусыһы Артур Кәримов йәш быуын исеменән ветерандарға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Геройҙар Аллеяһындағы Мәңгелек утҡа хеҙмәт коллективтары, ижтимағи ойошмалар, локаль һуғыштарҙа ҡатнашыусы ветерандар, эшҡыуарҙар сәскә гөлләмәләре, веноктар һалды. Яуҙа һәләк булғандар хөрмәтенә күкте ярып автомат залпы яңғыраны. Артабан иһә сағыу һәм бай йөкмәткеле концерт булды. Сара барышында Ауырғазы күп профилле колледжы Красноусол филиалының "Ялан кухняһы" эшләне, теләүселәр һалдат бутҡаһынан, эҫе сәйҙән ауыҙ итте, сауҙа рәттәре лә бар ине. Кисен иһә “Перевал” вокаль-инструменталь ансамбленең сығышы, йәштәр өсөн дискотека ойошторолдо. Байрам саралары фейерверк менән тамамланды.


Читайте нас: