+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 17:49

Ҡаһарманлыҡтары онотолмай

Бөйөк Еңеү байрамы - 9 Май Рәсәй һәм элекке СССР халыҡтары өсөн иң ҡәҙерле байрам ул. Һәр йыл һайын ибраһимдар ҙа Еңеү көнөн ҙур әҙерлек менән үткәрә. Быйыл да байрам йола буйынса яугирҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында яуҙа һәләк булғандар рухына бағышлап уҡылған аят тыңлауҙан башланды.

Тантананы асып, Алина менән Алһыу Әбделмәноваларҙың илһамланып һөйләгән телмәренән һуң, Клара Төхвәтуллина дәһшәтле йылдарҙа тылдағы ауыр тормошто иҫенә төшөрҙө:

- Фронт өсөн өс бармаҡлы бирсәткәләр бәйләйбеҙ, бәрәңгене туҡмас һымаҡ итеп киҫеп, киптерәбеҙ, баҡсала тәмәке үҫтереп, ойоҡбаштар бәйләп, барыһын да посылка итеп һалдаттарға ебәрә инек.

Тыл ветераны Фәйез Садиҡов һуғышта һәләк булған атаһының ҡаһарманлығын уның яуҙашынан ишетеп белеүе тураһында бәйән итте. Ауыл ветерандар советы рәйесе Мәрйәм Кейекбаева хәҙерге заман ир-егеттәренә лә батырлыҡ хас икәнлеген билдәләп, Афғанда, Чечня ерендә үҙ бурыстарын намыҫ менән үтәгән Ибраһим

ауылы егеттәренең исемдәрен атап үтте.

Герой-шағир Муса Йәлилдең, Рафаэль Сафиндың Рима Лоҡманова һәм Фирүзә Әбделмәнова башҡарыуындағы шиғырҙары күҙ йәштәре аша тыңланды. Дәртле йырҙар иһә күңелдәрҙе күтәреп ебәрҙе. Байрам һуңында Еҙем-Ҡаран ауыл хакимиәте, ветерандар советы, Ағинәйҙәр ойошмаһы һәм ауыл халҡы исеменән обелискыға сәскәләр һалынды. Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән сәй табынында һуғыш йылдары хәтирәләре менән уртаҡлашыу дауам итте.

Мәрйәм КЕЙЕКБАЕВА,
ауыл ветерандар советы рәйесе,
Сәриә МӘХМҮТОВА,
Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе.


Читайте нас: